Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2022, 08:40

Миләүшә ГОДБОДЬ

Миләүшә ГОДБОДЬ "32-селәрҙең береһе,хөрмәтле милләттәштәр,дуҫтар,әҙәбиәт һөйөүселәр Башҡортостандың билдәле шағиры,әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы -ЙЫҺАТ СОЛТАНОВ.

Миләүшә ГОДБОДЬ
Миләүшә ГОДБОДЬ

Миләүшә ГОДБОДЬ

"32-селәрҙең береһе,хөрмәтле милләттәштәр,дуҫтар,әҙәбиәт һөйөүселәр
Башҡортостандың билдәле шағиры,әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы -ЙЫҺАТ СОЛТАНОВ.

...Ауыр тормош юлы уҙған әҙип ул, Йыһат ағай, дүрт йәш тулыр-тулмаҫтан әсәһе үлеп китә, унан һуғыш башлана,халыҡ теле менән әйткәндә бала сағы аслыҡ-юҡлыҡ,етемлектә уҙған буласаҡ шағир үҙ икмәген бик иртә үҙе эшләп ашай,"ҡара эштә"йөрөп үҙ тамағын үҙе туйҙырып тормош баҫҡыстарынан күтәрелә.Ләкин бер ваҡытта ла тормошҡа,кешеләргә үс тотмай,һынмай.
1951-1956 йылдарҙа хәрби фронтта хеҙмәт итә, унан һуң колхозда эшләй, "Һәнәк", "Башҡортостан ҡыҙы", "Ағиҙел"баҫмаларында эшләй.
Йыһат Солтанов - бөгөн дә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, уның уйландырғыс тос әҫәрҙәрендә бер нисә замандың тормошо һәм яҙмышы сағыла, бөгөнгө заман проблемалары ла ситтә ҡалмай.
Әйҙәгеҙ,хәҙер ҡайһы бер әҫәрҙәрен уҡып китәйек!

Төштәремдә күреп уянамын,
Һары былбыл ҡунған еремде.
Был ер миңә ҡара икмәк бирҙе,
Сәскә итте сәсрәү тиремде

Эй,Уралым, ғәзиз еркәйем,
Былбыл телле туған моңдарым!
әсәм теле -былбыл теленән
Белдем ерҙә мең өн,моң барын.

Шуға һәр бер үлән остоғо
Бында,минең ғәзиз илемдә,
Күҙгә ҡарап ихлас һөйләшә,
Илай,көлә әсәм телендә.

Миләүшә ГОДБОДЬ
Миләүшә ГОДБОДЬ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: