Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылдың 26 февралендә БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған.
1952 йыл Өфө сәнғәт училищеһының театр факультетын тамамлай, аҙаҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында актёр булып 1988 йылғаса эшләй.
1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлай. 1971 йылдан 1975 йылғаса Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында эшләп ала.
1962 йылдан 1966 йылғаса Өфө сәнғәт училищеһында художество етәксеһе була, 1982 йылдан 1990 йылғаса Өфө дәүләт сәнғәт иниститутында уҡыта. 1990 йылда Стәрлетамаҡ театр берлегендә эшләй.
2007 йылда вафат була.