Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2022, 08:35

Фәнис Сирбаев

Шиғырҙары күптәргә яҡшы таныш Фәнис Сирбаевтың тәүге китабы уның ижадын яратып өлгөргән шиғриәт һөйөүселәрҙе шатландырҙы.

Фәнис Сирбаев
Фәнис Сирбаев

Шиғырҙары күптәргә яҡшы таныш Фәнис Сирбаевтың тәүге китабы уның ижадын яратып өлгөргән шиғриәт һөйөүселәрҙе шатландырҙы. Тормош дөрөҫлөгө, милләтенә, теленә ҡарата оло һөйөү менән һуғарылған, халыҡ яҙмышы өсөн янып яҙылған тос фекерле, шулай уҡ һағышлы мөхәббәткә арналған шиғырҙары, "Үрһәләнеү", "Туҡ-туҡ" тип аталған поэмалары "Дауыл" исемле йыйынтыҡта тупланған.
"Туҡ-туҡ" поэмаһында автор Бөйөк Ватан һуғышында бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан ҡартатаһының кисерештәрен, үҙендә һуғыш шаңдауынан һеңеп ҡалған тәьҫораттарын, тынғы белмәгән йөрәге хәтерендә һаман да ҡартатаһының туҡылдаған аҙымдары һаҡланыуынан ярһып, һулҡылдап тибеүен әйтеп бирә. Ошо кисерештәр уҡыусыға һуғыштың ни тиклем ҙур афәт булыуын күрһәтә...

Фәнис Сирбаевтың халҡым, телем, илем яҙмышы тип йән атыуы ижадында төп урынды алып тора. Фәлсәфәүи уйланыуҙар, бала саҡ хәтирәләре, наҙлы мөхәббәт хистәре һәм төрлө йүнәлештә мауыҡтырғыс итеп яҙылған шиғырҙары авторҙың кисерештәрен бар тулылығында тойоуға этәрә.

И. ЙОСОПОВА.

Фәнис Сирбаев
Фәнис Сирбаев
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: