Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Бирмәҫтең ашы бешәме?
Мәҡәл-әйтемдәрҙең төрлөләре бар. Уларҙың ҡайһы берҙәренең мәғәнәләре туранан-тура аңлашылып тора, икенселәрен ҡапыл ғына аңлап та булмай, бәғзәләренең йөкмәтке тәрәнлеге тарих төпкөлдәренә барып ялғана. Артабанғы күҙәтеүҙәремдә ҡайһы бер аңлауы еңел булмаған мәҡәл-әйтемдәр хаҡында ла һүҙ алып барырға иҫәбем бар. Мәҫәлән, беҙҙең яҡтағы бер әйтем: "Бирмәҫтең ашы бешмәҫ".
Аңлауымса, был әйтем һаранлыҡҡа бәйле һылтау хаҡында һымаҡ. Ысынлап та, һаран, һыҡмыр кеше әйберен бирмәҫ өсөн һылтау табырға ярата торған. Бәлки башҡаса уйлаусылар ҙа барҙыр?
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 603-сө күҙәтеү.