Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Ҡарҙар ирей, һыу таша...
Мәктәптә уҡығанда, яҙ айҙары етһә, йыр дәресендә, сыр-сыу килеп, күмәкләшеп гел бер йырҙы һуҙа инек:
Ҡарҙар ирей һыу таша,
Талдар бөрөһөн аса,
Их, күңелле яҙ килә,
Ҡояш нурҙарын һибә,
Сыйырсыҡтар ҙа ҡайта,
Көнъяҡтан беҙҙең яҡҡа...
Яҙ килеүе ысынлап та бала саҡта үҙенә күрә ҡабатланмаҫ бер тамаша була торғайны, бигерәк тә беҙҙең ауылда. Беҙҙең ауылда, тинем, сөнки һәр кемдең тыуған ауылы, тәүге эҙҙәрен һалып тәпәй баҫҡан төбәге үҙе бер донъя бит ул, үҙе бер дәүләт, һәр ағасы, һәр ҡалҡыулығы, һәр һуҡмағы таныш, йәнеңә яҡын, улар бөйөк рәссәмдәрҙең бөйөк картиналарылай юйылмаҫлыҡ кимәлдә йәнеңә һеңгән, булмышыңа уйылған.
Саптырматаш. Ул Сейәлетау буйының йылға яғына йүнәлгән өлөшөндә урынлашҡан улаҡҡа тартым ҡая таш. Яҙ етеүе була, шул Сейәлетау буйына ҡыш миҙгелендә нышып тулған ҡар ирей ҙә Саптырматаш улағынан бик бейектән түбәнгә елгәрелә. Үҙенә күрә бер илаһи тамаша инде: ажғырып, ғәйрәтләнеп, күбекләнеп йылғаға ҡойған һыу тыуышы, йәнә ҡояш нурҙарында уйнаған, ете төҫөн балҡытҡан йәйғор төҫө. Ҡабатланмаҫ күренеш, әйтер инем сихри күренеш!
Һаҡмарҙың боҙо тәғәйен, апрель урталарынан да ҡалмай ҡуҙғала. Иң әүәл боҙ өйөмө Әлмөхәмәт яғынан килеп Аҡтау ҡаяһына тығыла, һыҡый. Беҙ инде ошо хаҡта осраған беренә һөйөнсөләп йөрөйбөҙ, күҙ яҙлыҡтырмай боҙҙоң китеүен көтәбеҙ. Ә ул ғәҙәттә, ни сәбәптәндер, ер һелкетеп, дөбөр-шатыр килеп төнөн ҡуҙғала. Һыу ағымы тотош туғайҙарҙы йәйрәтеп ҡаплап китә, үҙе бер диңгеҙ инде, юҡ, боҙло океан!
Боҙ ҡуҙғалып йылға бер аҙ ипкә килһә бүлексә, совхоз үҙәге менән бәйләнеш өсөн, кәмә төшөрә. Шул тулҡындар өҫтөндә уймаҡтай һикрәңләгән кәмә менән теге ярҙан был яҡҡа аҙыҡ-түлек, техника өсөн яғыулыҡ ташый торғайнылар. Кәмәселәр, Мөхәмәтғәле, Сөләймән ҡарттар, һуңғараҡ Абдулла, Данир ағайҙар ысын батырҙарға хисапланды. Бер көн шул кәмә, йылға уртаһына еткәс түңкәрелде бит! Кәмәсе Сөләймән ҡарттың һыу өҫтөндә осло һаҡалы ғына һерәйеп күренә. Был ярҙан Мөхәмәтғәле ҡарт яр буйында, унда-бында йүгергеләп, яр һалып һөрәнләй: “Плыви, Һөләймән, плыви!” Шул осорҙан ошо һүҙҙәр үҙенә күрә бер әйтемгә әйләнде, ҡыйын хәл килеп сыҡһа: “Бирешмә, плыви, Һөләймән, плыви!” тиҙәр беҙҙең яҡта.
Боҙ ҡуҙғалыуы хаҡында ишетһәк ҡара таңдан, ҡыш уртаһында уҡ әҙерләп ҡуйған ҡыуалды алып балыҡ ҡармаҡларға тип, йылғаға йүгерәбеҙ. Ниндәй генә балыҡ ҡапһын инде боҙҙар аҡтарылып ятҡанда, “болғансыҡ һыуҙа балыҡ ҡаптырыу” шул була инде!
Малайҙар араһында тағы ла бер ырым, йола йөрөй – кем беренсе булып һыу инә, шул йыл буйына батыр булып иҫәпләнә!
Ҡояш сығыр сыҡмаҫтан киттек Амур дуҫ менән Һаҡмарға. Ыштандарҙы яр буйында ҡалдырып үҙебеҙсә һыу инеп маташабыҙ: йылғаның яры боҙ тауҙары менән ҡайылған, йылғанан да, унан-бынан һуңлап ҡалған боҙ киҫәктәре аға. Тәнде ҡорошторорлоҡ һалҡын, тәне күгәреп ҡатҡан еүеш себештәргә әүерелдек. Ҡараһаҡ - ярға беҙҙең ҡалдырған кейемдәр янына, Амурҙың атаһы Ғүмәр ағай баҫҡан. Ул мәктәп директоры булып эшләй ине. Ул тыныс тауыш менән бойорҙо: “Хәҙер үк кейенегеҙ!” Шунан әҙерләнеп бөтөп ҡаршыһына баҫҡайныҡ ул алмаш-тилмәшләп беҙҙе ике яҡҡа елгәрҙе лә (педагогик тәрбиәләү алымы шулайыраҡ ине беҙҙең заманда) ҡулына һуйыл алып ауа-түнә ҡасҡан беҙҙең арттан йүгерҙе. Ғүмәр ағайҙың уң яҡ тубығы аҙым һайын сыға ла ҡуя торғайны, ул шуны үҙаллы төшөрә лә ары атлай. Ағай күҙ күреме ер килә лә тубығы сыҡһа бөгөлөп төшә, ә беҙ уның тубығының урынына төшөүен көтөп ултырабыҙ ҙа ары йүгерәбеҙ. Бер аҙҙан теге хәл йәнә ҡабатлана... Шулай итеп ауылға еткәнсе ҡара тиргә төштөк...
Ғүмәр ағай үлем түшәгенә ятҡас күҙҙәре йомолғансы янында булып уға ҡулдан килгән ярҙамымды күрһәттем. Ул бер кис телен көрмәлдереп былай тине: “Теге саҡ мин бит һеҙҙе тирләһен өсөн генә баҫтырғайным. Ә һеҙ бирешмәнегеҙ, хатта тымауламанығыҙ ҙа, шильмалар...”
Хәҙер һис тартыныуһыҙ боҙло һыуға, кәрәк икән ут-ялҡынға инерлек дуҫтар кәмегәндән-кәмей бара, хатта улар әйтер инем, юҡ кимәлендә. Ашап-эскәндә, улар күмәк, башҡа бәлә килһә береһен дә табып булмай, бына бит бәлә нимәлә...
Апрель айы тыуыр-тыумаҫтан ауылға шылтырата башлайым: “Боҙ киттеме, ҡасан ҡуҙғала?”
Донъя тултырып, туғайҙарҙы баҫып, боҙҙарын аҡтарылдырып ҡуҙғалмай икән хәҙер Һаҡмар, тыныс ҡына ятып ирей ҙә бөтә икән, матурлыҡ та, йәм дә, мөғжизә лә юҡ. Әҙәм балаһы ише йылға ла ҡартая, бирешә икән дә баһа, шуныһы эсте бошора...
Ә минең боҙҙарҙы ҡыуып һыу инге килә. Бәлки һыуыҡ алдырып ауырып та ятылыр, бәғзеләр аҡылы еңеләйгән һантыйға ла иҫәпләр, шулай ҙа һыу инге килә, килә бит, шайтан алғыры!