Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
ФАЖИҒӘ
Һуғыш ул - байраҡтар,
Ордендар, дан түгел.
Түштәге таҫмалар
Байрамға таң түгел.
Һуғыш ул ҡайнаусы
Йәһәннәм ҡаҙаны,
Үлектәр яланы,
Мәйеттәр тауҙары.
Тонсоҡҡан һауа ул,
Ҡара ҡан йылғаһы,
Кешелек йортоноң
Емерек торлағы.
Һуғыш ул ватандың
Арҡаға атыуы,
Дауыллап ҡоторған
Миналар ятыуы.
Һуғыш ул иҫәндең
Үленән көнләүе,
Тупраҡҡа һеңергә,
Серергә теләүе.
Һуғыш ул ғәриптәр,
Ҡасаҡтар, әсирҙәр,
Һыйырға егелеп
Ашлыҡтар сәсеүҙәр.
Һуғыш ул толдарҙың
Күҙ йәше даръяһы,
Йәтимдәр, үкһеҙҙәр,
Йотлоҡтоң ҡалъяһы.
Һуғыш ул дейеүҙең
Ағыулы ҡотоғо,
Иленән яҙылған
Халыҡтар тулҡыны.
Һуғыш - сир, өйәнәк,
Яуызлыҡ киҙеүе,
Һөйәктәр өҫтөндә
Еңеүсе бейеүе.
Көсләнгән ҡатындар
Диңгеҙе ул һуғыш,
Дуңғыҙын донъяның
Сөйөүсе ҡоролош.