– Скальпель, спирт, ҡайсы, тампон!.. – Сәйер һүҙҙәр салынды егеттең ҡолағына.
Ҡапыл аҡ халаттар сыр-сыу килергә тотондо, тауыштары көсәйҙе, хәүеф-ҡурҡыуға солғанды:
– Йөрәге! Йөрәге туҡтаны! Кислород! Тиҙерәк!
Ошонан һуң булған ваҡиғаларҙы Самат ап-асыҡ күрә лә, аңлай ҙа башланы. Иң ғәжәбе: ул өҫтәлдә ятҡан үҙенә оҡшаған кешегә хайран ҡалып иғтибар итте. Кем ул? Үҙеме ул, әллә сит әҙәмме? Әгәр Самат икән, уға өҫтән ҡараусы кем? Туҡта, күҙәтеүсе, күреүсе ул бит үҙе! Үҙе!
Улайһа, кем ята унда? Саматҡа ныҡ оҡшаған, ана уң яҡ ҡашы урта тирәһендә өҙөлөбөрәк тора – бала сағында ҡыйыҡтан ҡолап төшөп йәрәхәтләнгәйне, шуның эҙе ҡалды.
Ләкин ниндәйҙер билдәһеҙ көс Саматҡа түбә аҫтында оҙаҡ аҫылып торорға бирмәне, әкрен генә иҫкән елгә бойһонған мамыҡ киҫәге кеүек анһат ҡына осороп алып китте. Бына тәҙрәгә яҡынлашты, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уның аша үтте. Бинанан айырылып, икенсе ҡат бейеклегенән аҫҡа ҡараны. Больница янында машиналар тора, кешеләр йөрөй. Ана Саматты алып килгән тиҙ ярҙам машинаһы, уның артҡы ишеге асыҡ, санитарҙар носилкаларын тейәй... Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, осоп барған Саматты күргән, иғтибар иткән һис кем юҡ. Ямғыр тамсылай. Ләкин егет уның еүешлеген дә, һалҡынлығын да тойманы. Тамсылар бөтөнләй Саматҡа теймәгән кеүек, хатта уның аша үтеп киткән һымаҡ. Егет быға ғәжәпләнмәне, шулай булырға тейеш һананы ниңәлер.
...Ҡараңғы төшә башланы. Тәҙрәләр һары төҫтәргә мансыла. Ҡала юлдарында автомобилдәр аҡлы-ҡыҙыллы уттары менән йызылдай, юл ситтәрендәге фонарҙар тоҡана. Ҡалаға төн килә. Әммә Саматҡа тирә-йүн көндөҙгө кеүек, ап-асыҡ булып, бик алыҫҡа күренә. Бына ул өҫкәрәк күтәрелде, үҙе ниндәйҙер йүнәлеште юғалтмай. Ҡала ус төбөндәге кеүек тулыһынса күҙгә ташланды ла, яй ғына ситкә күсә башланы, әкренләп артта ҡалды, бына күҙҙән дә юғалды. Тауҙар, самолеттан ҡараған кеүек, әкрен генә артҡа шыла. Ана ниндәйҙер ауыл күренде. Уның да күп кенә тәҙрәләрендә уттар тоҡанған, һирәк-һаяҡ кескәй уттары менән йызылдаған машиналар шыуыша.
...Туҡта! Ауылдан кемдер Саматҡа яҡынлаша! Ҡыҙ! Йәп-йәш ҡыҙ! Самат иң алда уның күлдәгенә иғтибар итте. Ул аҡ төҫтә, әммә бик күп ҡыҙыл сәскәләр менән биҙәлгәнгә, кейеме ялҡын кеүек күренә. Ҡыҙ яҡынайғас, уның матурлығына егеттең күҙе ҡамашты, шуға оҙаҡ итеп ҡарарға оялды, ҡарашын ситкә алды, әммә анһат ҡына ауылдан күтәрелеүенә, эргәһенә килеп тауыш-тынһыҙ йәнәш оса башлауына артыҡ ғәжәпләнмәне.
– Һин кем? – тип һораны бер мәл ҡыҙ.
– Самат, – тине егет. – Тәнем болниста ятып ҡалды. Быны яҡшы күрҙем. Ә үҙем ҡайҙалыр осам.
– Тимәк, һин үлгәнһең, – тине ҡыҙ тыныс ҡына. Үҙенең дә бейектә осоп барыуына аптырағаны һиҙелмәне.
– Нисек үлгәнмен? Ә был улайһа кем? – Самат үҙенә төртөп күрһәтте.
– Был һинең йәнең.
– Йәнем? Йән бармы ни ул? – Егет ышанырға теләмәне.
– Бар. Минең дә тәнем ерҙә ятып ҡалды. Үҙем өҫкә осоп киттем. Был минең йәнем.
Ҡыҙҙың ошо хаҡта артыҡ тыныс һөйләүе егетте аптыратты. Был тойғо сибәркәйҙең гүзәл йөҙөнә, һомғол кәүҙәһенә, урғылып торған йәшлек сафлығына ҡушылып, егеттең ҡарашын үҙенә бәйләп ҡуйғандай итте. Самат тирә-йүнгә бөтөнләй күҙ һалмайынса, тик юлдашына ғына ҡараны. Хәҙер бынан оялманы ла, уға ғәжәпләнмәне лә. Ҡыҙҙың да үҙенә иғтибар менән ҡарауын күрҙе. Бер аҙ шулай тауыш-тынһыҙ остолар. Әммә эстән генә улар араһында һүҙһеҙ аңлашыу бара кеүек.