Ҡатыным Зәкиә менән ул төн унда ҡундыҡ. «Ҡундыҡ» тип, мин Рәми ағайҙың баш осонда ойоп-ҡалғып сыҡтым.
Хәҙер бына аптырап ҡарайым – әллә алдан тойҙомо икән – бынау визит карточкаһын Рәми ағай миңә вафатынан алдараҡ биргәйне. Унда былай тип яҙылған: «Хәсәнгә! Ирҙәр үлер, ил ҡалыр. Мин киткәс тә, был өйҙөң ишеге һиңә асыҡ булһын. Рухымдың һиндә лә һаҡланасағына иманым камил. Рәми ағайың».
Һүрәттә: Рәми ҒАРИПОВТЫ (уңда) Зәкиә менән икебеҙҙең туйыбыҙ түрендә күрәһегеҙ. Был бәхетле көн – 1973 йылдың 8 марты ине.