Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2022, 10:25

ТЕЛ

ТЕЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘРТеле ямандың көнө яман.Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.Телдең күрке - һүҙ.

ТЕЛ
ТЕЛ

ТЕЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Теле ямандың көнө яман.
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
Телдең күрке - һүҙ.
Татлы тел таш ярыр.
Теле барҙың иле бар.
Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.
Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
Тел һөйләй, ҡул эшләй.
Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр.
Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
Яман кешенең теле әсе.
Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт.

ТЕЛ
ТЕЛ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: