Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2022, 11:05

Сафуан ӘЛИБАЕВ

Бөгөн шағир Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 81 йыл тулды. Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол (хәҙер — Мөрсәлим) ауылында китапханасы була.

Сафуан ӘЛИБАЕВ
Сафуан ӘЛИБАЕВ

Бөгөн шағир Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 81 йыл тулды.

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол (хәҙер — Мөрсәлим) ауылында китапханасы була. Артабан ул Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сафуан Әлибай күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. 1995—1998 йылдарҙа ул Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры, 1998—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булып хеҙмәт итә.

Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2014 йылдың 6 июлендә вафат була[1], тыуған ауылында ерләнгән.

Сафуан ӘЛИБАЕВ
Сафуан ӘЛИБАЕВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: