Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2022, 10:15

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА ИҪӘКӘЙЕМКҽндҽк ҡаным тамған ҽргҽнәмдҽЙәнгҽнәмдән артыҡ яратам шул.Ауылымдың мин дә бер ҡошсоғо -Ҡанат ҡағыр өсөн йән атам шул

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

ИҪӘКӘЙЕМ

Кҽндҽк ҡаным тамған ҽргҽнәмдҽ
Йәнгҽнәмдән артыҡ яратам шул.
Ауылымдың мин дә бер ҡошсоғо -
Ҡанат ҡағыр өсөн йән атам шул

Тыуған тупрағыма...
Тарта мине
Һулар һауам, эсер һыуҙарым да.
Атыр таңдар, байыр ҡояшым да...
Әле яҙылмаған йырҙарым да.

Үҙ - үҙемде эҙләп ҡайтам унда,
Шул тупраҡта ҡалған йәнгенәмде.
Сит ерҙәрҙә, юҡ, йәнемде түгел,
Таныйҙар бит бары тәнгенәмде...

Бында мин үҙ.
Йәнем ярылған ер -
Йырым яралған ер, Иҫәкәйем...
Йән яралған ерҙең серен йыйған
Иҫәкәйем - йәнем киҫәккәйе...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: