ТЕЛЕМ
Минең телем - һөтлө елен,
Эйгәне лә аҡ ҡына.
Юҡ уны үлсәр бизмәндәр,
Баһаларҙай хаҡ бына.
Минең телем - мәҡәл-ғилем,
Уйлыны уйға һалыр.
Сөңгөлдәре, сөмбәйҙәре
Үҙенә тартып алыр.
Минең телем -әсәм һүҙе,
Камиллыҡтың үҙелер.
Рухыбыҙҙың таянысы,
Милләтебеҙ йөҙөлөр.
Минең телем - ҡот-бәрәкәт,
Хоҙайҙан насип ырыҫ.
Уны балама тапшырыу -
Минең беренсе бурыс...
ДОҒА
Телеп әйтер телем был,
Белеп әйтер телем был,
Өлөшкә төшкән көмөш -
Йыйып әйтһәң, илем был.
Телеп әйткән ярамаҫ
Туғанына - башҡортҡа.
Тура һүҙҙән тайҡалап
Әйләндекме маңҡортҡа?!
Тура әйткән тыйылды,
Ситләтелде иленән.
Үҙеңдеке, яу булып,
Уны төйҙө килелә...
Телеп әйткән телемме,
Беҙгә яҙған бүлемме,
Телгә килгән яу бөгөн
Милләтемә үлемме?
Телгеләнгән телемдәр
Берекмәҫтәй заманмы?
Теленән биҙгән башҡортҡа
Ошо хәле таманмы?
Телеп әйтер телкәйем -
Теләп әйткән доғамда.
Һине Аллам һаҡлаһын
Фани ғына донъямда!
Амин!
МИЛЛӘТТӘШКӘ
Хоҙай биргән хазинам ул-
Телкәйем.
Күңелемә һәр ынйыһын
Теркәйем.
Әсәйемдән күскән миңә
Нур булып.
Көс алыр ҙа, йәнә сығыр
Урғылып.
Башҡортомдоң мөһөрө ул,
Рух заңы.
Алмаштырмаҫ уны инглиз,
Руссаһы.
Ғаризалар яҙып унан
Биҙмәйек.
Балаларға һеңдерер юл
Эҙләйек.
Хоҙай биргән ниғмәттең тел
Олоһо.
Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт
Балаһы!
А.Ғарифуллина