Зөфәр ВӘЛИТ
АЛЛАҺ ЮЛЫНАН
Был донъяға хайран ҡала-ҡала
Китеп барам Аллаһ юлынан.
Уның юлын юҡҡа сығарырға
Бер көстөң дә килмәҫ ҡулынан!
Ошо юлда һәр кем һыналасаҡ,
Уйланасаҡ һуңлап булһа ла...
Күңелендә юҡтың юлы уңмаҫ
Көнө-төнө доға ҡылһа ла.
Ошо юлдан беҙҙе алып бара
Әсәйҙәрҙең изге теләге,
Йығылырға ирек бирмәйәсәк
Атайҙарҙың тоғро йөрәге...
Ошоларҙы тойоп атлағанда
Донъя беҙҙе хайран ҡалдыра,
Йәшәү бит ул, көсө менән түгел,
Изгелеге менән алдыра !
Үҙебеҙҙә әгәр таныталһаҡ
Кеше тигән олуғ шәхесте,
"Киткән" саҡта табып китәсәкбеҙ
Үлемһеҙлек тигән бәхетте !