Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Февраль 2022, 08:30

Йомабикә ИЛЬЯСОВА

Йомабикә ИЛЬЯСОВА   Бөгөн тағы бер тапҡыр Валентин Распутиндың хикәйәһе буйынса төшөрөлгән "Француз теле дәрестәре " фильмын/режиссеры Евгений Ташков/ҡараным. Изгелек буш урында тыумай,ул йөрәктән йөрәккә күсә ,тотош йәмғиәттең күңел талабына әйләнә. Беҙҙең бала сағыбыҙ үткән Советтар Союзы тигән ил хеҙмәт һөйөү, намыҫ, ниндәй генә шарттарҙа ла кеше булып ҡалыу һымаҡ әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡоролғайны. Ошоларҙы иҫкә төшөрҙө был кино.Бөйөк дәүләтебеҙ тарҡалыуҙың утыҙ йыллығына яҙған шиғырымды тәҡдим итәм.ЮғалтыуБатып бара,мине аҫҡа һөйрәп,Хыял менән тулы карабым,Елдәр өҙгөләгән елкәндәренЙылдар буйы ямап ҡараным.

Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Йомабикә ИЛЬЯСОВА
 
Бөгөн тағы бер тапҡыр Валентин Распутиндың хикәйәһе буйынса төшөрөлгән "Француз теле дәрестәре " фильмын/режиссеры Евгений Ташков/ҡараным. Изгелек буш урында тыумай,ул йөрәктән йөрәккә күсә ,тотош йәмғиәттең күңел талабына әйләнә. Беҙҙең бала сағыбыҙ үткән Советтар Союзы тигән ил хеҙмәт һөйөү, намыҫ, ниндәй генә шарттарҙа ла кеше булып ҡалыу һымаҡ әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡоролғайны. Ошоларҙы иҫкә төшөрҙө был кино.
Бөйөк дәүләтебеҙ тарҡалыуҙың утыҙ йыллығына яҙған шиғырымды тәҡдим итәм.

Юғалтыу

Батып бара,мине аҫҡа һөйрәп,
Хыял менән тулы карабым,
Елдәр өҙгөләгән елкәндәрен
Йылдар буйы ямап ҡараным.
Баҡыр аҡса, гүйә, өләшкәндәй,
Ваҡлағандай тоям һүҙемде,
Алтын һүҙҙәр әйтелмәгән заман
Юғалттыра минән үҙемде.
Көндәр, айҙар юя асылымды,
Танымаҫлыҡ итә йөҙөмдө,
Ҡай арала ҡапыл бушаттым мин
Һис бер зарһыҙ тартҡан йөгөмдө.
Йөгөм дә юҡ, әммә яурындарым
Күтәрелмәй инде ҡанаттай,
Донъя буйлап осҡан мәлдәремде
Яҙмағандыр миңә ҡабатлау.
Мин генәме, булмаған да һымаҡ,
Тотош оло дәүләт юғалды,
Алға ғына ҡарап ынтылғанда,
Күтәрелгән саҡта юғары.
Ысын моңдар менән онотола
Ғәҙеллек һәм намыҫ үрҙәре,
Минең өсөн барса тормошобоҙ
Танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе...
Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: