Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль 2022, 14:50

Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА-ИШЕМҒОЛОВА * * * Ул һағынмай йәшел яҙын.Һәм йәйен дә. Ысын!Яҙҙарында йәшәй бирәМиләш ҡышын.

Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова
Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА-ИШЕМҒОЛОВА
* * *
Ул һағынмай йәшел яҙын.
Һәм йәйен дә. Ысын!
Яҙҙарында йәшәй бирә
Миләш ҡышын.

-Туңманыңмы һалҡындарҙа?-
тиеп унан һора.
Аллана ла, шат йылмайып
Тәлгәш һуҙа.

Ялҡынланып ҡыуана ул
Һалҡын ҡыштар барға.
Ауыр түгел иңдәрендә
Ятҡан ҡар ҙа.

Ышанығыҙ, аҡ ҡыштарҙың
Йәме - алһыу тәлгәш.
Һалҡындарҙа усаҡ булып
Йәшәй миләш.
 
Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова
Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: