Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль 2022, 10:05

Әлиә Саматова

Әлиә Саматова “Матурһығыҙ!” Хикәйә “Матурһығыҙ!”... Бәйләнештәге сәхифәһен асып ебәреүгә Әлимә яңы хат күреп терт итеп ҡалды. Май урлап тотолған бесәй кеүек, урынынан һикереп торҙо ла компьютеры тоташҡан шнурҙы асыуланып розетканан тартып алды. Эсендә, әйтерһең дә, дауыл уйнай, йөрәге алҡымына тығылды, ә сикә тамырҙарының йыш тибеүенән күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте. Өйҙә яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тирә-яғына ҡарана-ҡарана бүлмәнән сығыу яғын хәстәрләне. Һы... Матурһығыҙ... Ул әҙәмдең миндә ни эше бар? Ни хаҡы бар шундай һүҙҙәр яҙырға? Кем ул? Теге Гөлфирә апай әйтмешләй, минең такуйымда уның какуйы. Ул тарих ауыл мәҙәгенә әйләнеп, хәҙер ярты быуат йәшәй инде. Гөлфирә апайҙың күршеһе урыҫ Коля мәрәкәләп, мунсанан сыҡҡанын ҡарап тороп: “С легким паром!” – тип баҡса аша өндәшә икән. Русса әллә ни аңлап та, һупалап та ҡарамаған апай, енләнеп: “Наңҡылдама! Ошо Күлә наңҡылдар ҙа торор!” – тип тетмәкәйен тетеп, шәп-шәп баҫып өйөнә инеп китә лә шундуҡ яңынан ишеге асылып, Гөлфирә апайҙың башы күренә: “Минең такуйымда һинең какуйың!” – тип бар асыуын ишегенә төшөрөп, шартлатҡансы ябып ҡуя.

Әлиә Саматова
Әлиә Саматова

Әлиә Саматова

“Матурһығыҙ!”

Хикәйә

“Матурһығыҙ!”... Бәйләнештәге сәхифәһен асып ебәреүгә Әлимә яңы хат күреп терт итеп ҡалды. Май урлап тотолған бесәй кеүек, урынынан һикереп торҙо ла компьютеры тоташҡан шнурҙы асыуланып розетканан тартып алды. Эсендә, әйтерһең дә, дауыл уйнай, йөрәге алҡымына тығылды, ә сикә тамырҙарының йыш тибеүенән күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте. Өйҙә яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тирә-яғына ҡарана-ҡарана бүлмәнән сығыу яғын хәстәрләне.

Һы... Матурһығыҙ... Ул әҙәмдең миндә ни эше бар? Ни хаҡы бар шундай һүҙҙәр яҙырға? Кем ул? Теге Гөлфирә апай әйтмешләй, минең такуйымда уның какуйы. Ул тарих ауыл мәҙәгенә әйләнеп, хәҙер ярты быуат йәшәй инде. Гөлфирә апайҙың күршеһе урыҫ Коля мәрәкәләп, мунсанан сыҡҡанын ҡарап тороп: “С легким паром!” – тип баҡса аша өндәшә икән. Русса әллә ни аңлап та, һупалап та ҡарамаған апай, енләнеп: “Наңҡылдама! Ошо Күлә наңҡылдар ҙа торор!” – тип тетмәкәйен тетеп, шәп-шәп баҫып өйөнә инеп китә лә шундуҡ яңынан ишеге асылып, Гөлфирә апайҙың башы күренә: “Минең такуйымда һинең какуйың!” – тип бар асыуын ишегенә төшөрөп, шартлатҡансы ябып ҡуя.

Әлиә Саматова
Әлиә Саматова
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: