Фәнис СИРБАЕВ
Һүҙ
Һүҙ һөйләү— көмөш,
Өндәшмәү— алтын!
Һүҙ һөйләү кәрәк
Уйлап ал- артын.
Һөйләгән һүҙҙә
Сама белмәһәң,
Телең— дошманың,
Көтә йәһәннәм.
Һүҙ һөйләү— көмөш,
Өндәшмәү— алтын!
Телең булмаһын
Һалҡын йә ялҡын.
Кәрәк самалар,
Кәрәк урталыҡ.
Ҡыҙып өндәшмә,
Ҡапыл уҡталып.
Һүҙ һөйләү— көмөш,
Өндәшмәү— алтын...
Берәй бәләгә
Ҡалһамы халҡың,
Телең— ут булһын!
Аҡылың— һалҡын,
Һинең һүҙҙәрҙән
Тоҡанһын ялҡын!