Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
Аритмия
Үҙ яҙмышым миңә тәғәйендер...
Үпкәләйһе түгел берәүгә.
Донъя бит ул!
Ағы-ҡараһы бар.
– Әүүү! – тиеүсе йәрем – берәүгә
Бәхет килтерҙемме?
Һағыш өйөп
Әрнетәмме бауыр-йөрәген?
Дөрөҫлөктө даулап арып бөттөм.
Был донъяға бармы кәрәгем?
Йөрәгемде тотоп уйға ҡалдым,
Офоҡ сите хәс тә ЭКГ:
Ирәкташтай* текә һыҙмалар бар.
Аритмия, тиҙәр...
Күптәнге.
Яңыһы ла барҙыр.
Барҙыр инде.
Йөрәк аша үтә барыһы.
Шихан өсөн тыуған аһ-зарҙарҙы
Йөкмәп алып күпме бараһы?!
Ҡан һарҡытып илде талау барҙа
Тыныс ҡалыр, йә(ә)ле, кемебеҙ?!
Буксир түгел, шәп капитан кәрәк
Терәлгәндә ҡомға кәмәбеҙ...
...Яйыҡ һаҙлығынан сылбыр булып
Күтәрелгән сыңрау торналай
Аяҙ офоҡ көҫәп Ирәкташты
Йәне менән Башҡорт тырмалай:
– Тор-р-ройҡ, тор - р -ройҡ! Ни был?!
Саҡырыумы?
Ялбарыумы?
Һора үҙеңдән!
Ҡояш үҙе нурлы бер йәш булып
Тәгәрәне Күктәр күҙенән...
Ирәкташ* - Белорет ҡаялары, русса “Инзерские зубчатки” булараҡ билдәле.