Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВ
ТАШТҮККӘН – СЕРЛЕ ҠУЛСА
Йәш ҡатын да, бабайҙың өйҙә булмауынан файҙаланып, үҙен иркенерәк тотто. Ринаттың аптыраулы күҙҙәре менән йоторҙай булып ҡарауынан бер аҙ ҡыҙарынһа ла кире битен ҡапламаны. Егеткә ниндәйҙер әскелтем нәмә ҡаптырып, төрлө төнәтмә эсерҙе. Йәш ҡатын егеттең тәненә май һөрттө, ул ир наҙына һыуһағайны. Бабай бик ҡарт һәм ауырыу сәбәпле йәш кәләше менән бер төн ҡундымы, юҡмы? Ни эшләйһең, ҡарт – ҡарт инде. Икенсе көндө әҙерәк арыуланғас, ни булһа шул булыр тип, аҙағын уйлап та тормайынса, егет ҡатындың биленән алып, үҙ өҫтөнә ятҡырҙы. Тәүҙә ҡурҡҡайны, ҡарышыр, ҡысҡыра башлар тип. Ә инде “миңә ҡул һуҙҙы, йә булмаһа, пәрәнжәмде күтәреп ҡараны” тиһә, шуравиҙы һис шикһеҙ атырҙар ине. Ҡатын ҡарышманы, өҫтәлдә торған шәмде һүндерҙе. Оҙаҡ һөйләшеп яттылар. Ҡатын үҙенең башынан үткән тарихын һөйләп бирҙе.
– Беҙҙең ҡышлаҡ тауҙар араһында ине. Һеҙҙең ғәскәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтте. Бер осҡосоғоҙҙо ла бәреп төшөрҙөләр. Шуға үс итеп, ауылды һауанан утҡа тоттолар. Ауыл бөттө. Мин дә һәләк була инем, ауылдан йыраҡ ҡына урында ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә ҡустым менән йылға буйына төшкәйнек. Шул сәбәпле беҙ генә иҫән ҡалдыҡ. Барыһы ла һәләк булды. Ҡустым менән икәүләп, ҡулдан килгәнсә ҡәбер ҡаҙып, мәйеттәрҙе ерләргә тотондоҡ. Тик ике кеше нимә эшләй ала инде? Күптәрен бомбанан ҡалған соҡорҙарға тултырып ерләнек. Үҙебеҙ бер ҙур ғына баҙ табып, шунда йәшәй башланыҡ. Ҡышлаҡта бер иҫән йорт та ҡалмағайны. Ҡустым, үс алырға теләп, ауыл харабалары араһынан берәй ҡорал табып булмаҫмы тип йөрөй торғас, ике автомат табып ҡайтты. Бар туғандарҙың үсен алырға тип, үҙе теләп һуғышҡа китте. Өс йыл элек булды был хәл. Бабайҙың әбейе сығышы менән беҙҙең ауылдан. Бабайҙың улдары һуғыштың тәүге йылында уҡ өсөһө лә шәһит булған. Ҡустым һуғышҡа киткән йыл ине. Лотфулла бабай шул йылдың ҡышында, әҙерәк эштәре бөткәс, ҡәйнешенең хәлен белергә тип, ауылға килгән. Ә ауыл да, туғандары ла юҡ. Мин йәшәгән баҙҙан ғына бер аҙ төтөн сыҡҡанын шәйләп алған. Ҡышҡылыҡҡа йүнле-рәтле ризыҡ та әҙерләй алманым. Бына шунда бабай мине килеп тапты. Ҡыш, үҙең беләһең, ҡараңғы тиҙ төшә һәм тауҙарҙа бик һыуыҡ. Бабай ҡунып ҡалды. Ә иртәгәһенә бөтөн донъя ҡотороп, аҫты-өҫкә килде. Буранлап, айҙан артыҡ ҡар яуҙы. Ә беҙ бабай менән аслы-туҡлы шул баҙҙа йәшәнек. Етмәһә, баҙҙың өҫтөнә лә күпләп ҡар өйгән. Баҙ ҡапҡасын күтәреп сығырлыҡ та түгел. Ярай әле мөрйә булып хеҙмәт иткән ҡалай торба буйлап тамсы тама. Бына шул һыуҙы эсеп, айҙан артыҡ икәү генә йәшәнек. Шул саҡта оялып тороу тигән нәмә ҡалманы һәм бабай үҙенең ҡайғыһын һөйләне: “Улдарым һәләк булды. Әбейем ҡартайҙы, яңынан бала табырлыҡ хәлдә түгел. Миңә икенсе ҡатынлыҡҡа риза булып кил. Бар мөлкәтемде ҡалдырырға кешем ҡалманы. Ауылығыҙҙағы Абдулла – ҡәйнешем ине. Уның малайына васыятнамә килтергәйнем. Күреп тораһың, барыһы ла һәләк булған. Риза булып килһәң, балабыҙ булһа ла, булмаһа ла – бар мөлкәтемде һиңә ҡалдырам. Башҡа кешем ҡалманы. Беҙ ҡарт инде, беҙҙе ҡарарһың. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында илдә ир-ат аҙ ҡалды. Исмаһам, үҙең мал-мөлкәтле бай ҡатын булырһың. Риза бул!” – тигәс, баш тартманым инде. Ни эшләйһең, беҙҙең афған ҡатындары бик оялсан. Ә бында бер баҙ эсендә йәшәп ятабыҙ. Баҙ мөйөшөн соҡоп, бәҙрәфте шунда яһаныҡ. Бик оят булмаһын өсөн бер сымылдыҡ һымаҡ нәмә элдек. Бына шулай булды. Февраль башында ғына, яҙ ҡояшы ныҡлап ҡарай башлағас, баҙ өҫтөндәге ҡар ирене. Бер төндө тышҡа күтәрелдек. Көндөҙ үк күтәрелер инек, бабай-ирем ризалашманы. Һуҡырайыуыбыҙ мөмкин тине. Хәҙер бына ошо өйҙә аҫырау ҡыҙ вазифаһында хужабикә булып, өсөнсө йыл инде донъя көтәм, – тип йәш ҡатын уфтанып алды. – Баҙҙа сағыбыҙҙа никахты үҙе уҡыған булды. Ирем менән бала тураһында күп һөйләштек. Бабайҙың ирлек хәле лә шул үҙе ҡәҙәр генә. Шуға ла былай тине: “Әгәр ҙә балаға уҙһаң, күршеләр, халыҡ алдында, минең йәш ҡатыным, тиермен. Ә инде бала булмаһа, аҫрау ҡыҙ булып йәшәрһең. Аҫрау ҡыҙ булып ҡалһаң, икенсе кейәүгә сығырға ла еңелерәк булыр. Беҙ ҡарт бит инде, тағы күпме ҡалған йәшәргә, Аллаһ үҙе генә белә”. Ул үҙе миңә һинең менән йоҡларға кәрәклеген тәҡдим итте. Балаға уҙһам, бабай миңә өйләнгәнен халыҡҡа белдерәсәк. Шулай булғас, бик оялып торма. Күреп торам, әле һин өйләнмәгәнһең һәм ҡатындар менән нисек йоҡларға кәрәген дә белмәйһең.
Совет һалдаты-шурави, ә ысынбарлыҡта – Афғанстан әсире – Ринат беренсе тапҡыр ҡатын менән йоҡланы.
Бабай әбейе менән ҡунаҡта ун көнгә яҡын тороп ҡайтты. Ул бик хәйләкәр ҡарт ине. Үҙенең йәш ҡатыны ауырға ҡалғанын белгәс кенә теге ос муллаһын саҡырып, үҙе менән йәш бисәһенә никах уҡытҡан булды. Йәнәһе, белһендәр: бабай үҙе аҫырау ҡыҙым тип йөрөткән хеҙмәтсе ҡыҙға өйләнде. Әгәр бабайҙың аҫырауы урыҫ әсиренән ауырға ҡалған тип ғәйбәт таралһа, Зөһрәне туҡмап, ауылдан ҡыуасаҡтарын көт тә тор. Дошман һалдаты менән төн үткәргәнен белһәләр, үлтерергә лә мөмкиндәр. Ә хәҙергә барыһы ла бабайҙы ғәйепләп, ҡартайып бөткән бит инде, бер аяғы – гүрҙә, йәш ҡыҙға өйләнде, тип уны сәйнәне.
Бында өйҙәр өйәңкеләрҙе һырып алған ҡарға оялары кеүек. Ҡышлаҡта буш ерҙәр аҙ, өйҙәрҙе тау битендә әҙерәк тигеҙ урын булһа, шунда һалалар. Ситтән ҡараһаң, тау битен, ҡая аҫтарын төрлө ҙурлыҡтағы өйҙәр һырып алған. Шуға ла тау-ҡаяға йәбештереп һалынған өйгә йәйәүләп керерлек кенә һуҡмаҡтан йөрөйҙәр. Шул һуҡмаҡтан һыуын да, яғырға утын-тиҙәкте лә үҙ елкәләренә күтәреп ташыйҙар. Һарыҡ-кәзә тотҡандары ла мал аҙығын шул тар һуҡмаҡтан үҙ елкәләрендә күтәрәләр. Бабайҙың өйө аҫта, һыу эргәһендә булғас улай уҡ ҡыйын түгел. Юл да яҡындан үтә. Ни-нимәһенә ҡыҙығып, ошондай тар урынға тығылып ултырғандарҙыр? Аңламаҫһың. Бер тура килгәндә бабайҙан һорағайны, ул:
– Улым, беҙҙең ҡышлаҡҡа бер ҡасан да дошман аяғы баҫмаған һәм баҫмаҫ та. Үҙең күреп тораһың, тирә-яҡта ниндәй бейек ҡая-таштар. Беҙгә бер юл менән генә инергә була, ә юлды беҙҙең кешеләр һаҡлай. Бабай шулай аңлатты.
Март баштарында ҡояш ныҡлап ҡыҙҙырып, ҡар күпләп ирей башланы. “Дух”тар Ринаттың бабайҙа йәшәгәнен онотмағандар икән. Бер көндө кинәт кенә ҡышлаҡҡа килделәр ҙә өс әсир менән бергә Ринатты ла алып киттеләр. Бабай “дух”тарға үҙендәге шуравиҙы алып ҡалыр өсөн аҡса ла тәҡдим итеп ҡараны, тегеләр ризалашманы. Әсир менән нескә күңелле бабай күҙ йәштәрен һөртә-һөртә хушлашты. Зөһрә уны тәҙрәнән генә ҡарап оҙатты. Ул да илай ине. Бабай әсирҙе тегеләргә был әсирҙең һәйбәт, яҡшы һәм йомшаҡ күңелле кеше икәнен әйтеп, бик ҡыйырһытып, яфаламауҙарын үтенде. Ринат һәм тағы өс әсирҙе арбаға ултыртып аҫҡа, тигеҙлеккә алып киттеләр. Тигеҙлеккә яҡынлашҡан һайын йәшеллек тә мулыраҡ күренә башланы. Бына тарлауыҡтағы һаҡ посын да үттеләр. Алда – билдәһеҙлек. Тарлауыҡ ауыҙына етәрәк егеттәрҙең күҙҙәрен бәйләп ҡуйҙылар. Әсирҙәр посты үткәнен шундағы һаҡта торған “дух”тарҙың тауышынан самаланы. Арба тәгәрмәсенең үҙенә май һорап, һыҙланып-һыҡранып шығырҙауы ғына йөрәкте әрнетә. Тәгәрмәстең илауын бер Ринат ҡына аңлай ине. Зөһрә тау араһындағы ҡышлаҡта ҡалды. Өс көн элек кенә Лотфулла бабай, әсир йәшәгән йылы аласыҡ эсенә инеп, уны үҙҙәрендә ҡалырға өгөтләне.
– Улым (хәҙер ул бөтөнләй яҡын итеп, “улым” тип өндәшә башлағайны), намаҙ уҡый беләһең. Хәҙер һин ысын мосолманһың. Беҙҙеңсәне лә, үзбәксәне лә яҡшы аңлап, матур һөйләшәһең. Беҙҙә генә ҡал. Үҙегеҙҙең ҡафырҙар иленә ҡайтма. Һин бик эшсән һәм уңған кешеһең. Тормош көтөү һиңә бында ауыр булмаҫ. Уҡый-яҙа белгән кеше ҡышлаҡта икәү-өсәү генә. Балалар уҡытырһың. Теләһәң, Зөһрәгә өйләнерһең, теләһәң, башҡа ҡыҙҙы алып бирербеҙ. Ҡалымды үҙем түләрмен. Уның өсөн һис ҡайғырма. Балаларың булыр. Ҡал, улым, беҙҙә. Күреп тораһың, минең улдарым һуғыш башланған йылда уҡ һәләк булды. Ҡарт көнөмдә бер кемем дә ҡалманы. Беҙҙе ҡарарһың. Теләһәң, айырым өй һалып, башҡа сығырһың.
Бабай егетте оҙаҡ өгөтләне. Ә шурави тыуған илен – Башҡортостанын, ата-әсәһен уйлап, өндәшмәй генә ултырҙы. Шунан бабайҙың күҙҙәренә ҡарап:
– Рәхмәт, бабай, рәхмәт! Тик минең үҙ илемдә ата-әсәйем яңғыҙ ҡалды. Улар минең иҫәнме-юҡмы икәнемде лә белмәй. Бына нисә йыл минән хәбәр юҡ. Уларҙы шул тиклем һағындым. Һөйләп аңлатырлыҡ та түгел. Ауылыма ҡайтып, уларҙы күрмәһәм, үҙем дә һағыштан үлермен кеүек. Юҡ, бабай, бында ҡала алмайым. Тағы бер тапҡыр рәхмәт Һеҙгә! Мине үҙ улығыҙ кеүек ҡаранығыҙ. Ашаттығыҙ, кейендерҙегеҙ. Һеҙҙә үҙ өйөмдә йәшәгән кеүек йәшәнем.
– Ярар, улым, улай үҙ ата-әсәйеңде ҡайғыртыу – яҡшы сифат. Уйла, улым, әле ваҡыт бар. Барыһын да уйла. Үҙ илеңә ҡайтҡас, Себер ебәрмәҫтәрме? Шуныһын да уйла, – тип, урынынан торҙо. Уфтанып, егеттең арҡаһынан бер яратып алды ла сығып китте.
Эйе, Лотфулла ҡарт бик уҡымышлы ине. Әллә ниндәй йәһәннәм ауыҙындағы ҡышлаҡта йәшәп, Себерҙең ниндәй урын икәнен белер булғас, күп нимәне аңлай бит. Себер – насар яғы менән бик данлыҡлы, әллә бабай үҙе лә шул яҡтарҙа булып ҡайтҡан кешеме?..
Арба һаман шул бер көйгә илап, үҙ моң-зарын әсирҙәргә һөйләй һымаҡ ине. Арбаның илауын тыңлап, Тау араһынан ике көн төштөләр. Төндә ҡунырға туҡтаған бер поста ғына ары-бире ҡапҡылап алдылар. Бүтәнсә ашатыу булманы. Тағы шул бығау, әлеге шул эт тормошо башланды.
Хәҙер юл эргәһендәге миналарҙы таҙартырға ҡуштылар. Бик ҡурҡыныс, һәләкәтле көндәр башланды. Төрлө техникаға ҡаршы ҡуйылған ҙур миналарҙы ла Ринат оҫта тапты. Уның шундай һәләте булғанға бында килтерҙеләр ҙә инде. Шуға эсе бошто Ринаттың: тыуған ил сигенән һаман йыраҡлаша бара... Һөйләшеүҙәрен тыңлаһаң, Пакистан сигенә лә йырак түгел. Ринат үҙенең пуштун телен аңлауын йәшерергә тырышты, сөнки “дух”тар үҙ телдәрен аңлағанын белһәләр, тотҡондар араһында бик һөйләшеп бармай. Ә былай, әсир барыбер аңламай тип, бер-береһе менән рәхәтләнеп асыҡтан-асыҡ һөйләшәләр.
Яҙ. Миналар булмаған баҫыуҙарҙа эш ҡайнай. Был дүрт әсирҙе унда ла эшкә йөрөтәләр. Кисә Ринат өсөн бик тә ҡурҡыныс хәл булып алды. Был аҫтағы ҡышлаҡ геүләп аҡҡан тау йылғаһының ике яғына урынлашҡан. Ике яҡты тростан эшләнгән аҫылмалы күпер тоташтыра. Эштән ҡайтҡанда халыҡ өйөлөшөп, ҡысҡырышҡанын йыраҡтан уҡ күрҙе. Яҡыныраҡ килгәйнеләр: аҫылмалы күперҙең нәҡ уртаһында свай-бағанаға тотоноп, бер бала аҡырып илай. Ә күперҙең өҫтөнән ике яҡлап та бик ҡурҡыныс ҡайнап, тау йылғаһы аға. Бала был күпер уртаһына нисек барып эләккән? Кем белһен? Күперҙең ике яҡ эргәһен һыу ҡаплаған, етмәһә, һыу ағымына ул бик яман итеп сайҡалып тирбәлә. Бахыр балаға арҡан да ырғытып ҡарайҙар, тик бала бик ҡурҡҡан, үҙенең нәҙек кенә беләктәре менән свайҙы ҡосаҡлаған да ҡысҡырып әсәһен саҡыра. Әсәһен ике ир тотҡан, ебәрһәләр, ул да һыуға батып һәләк булырға мөмкин, сөнки бына-бына тауҙан тағы ла көслөрәк һыу ташҡыны төшөргә тейеш, ти. Барыһы ла ҡысҡырыша, ҡатын-ҡыҙҙар илаша. Ирҙәр, тештәрен ҡыҫып, нимә булырын көтә. Бала, бағананан ҡулын ысҡындырып, бауға тотонорға ҡурҡа. Ул һыу тауышына ярҙағы ололарҙы ишетмәй ҙә.
Шурави шунда үҙенең яҙ көнөндә нисек һыуға аҡҡанын һәм Заһит бабайҙың уны һыуҙан алып сыҡҡанын хәтерләп, ҡалтыранып ҡуйҙы. Был баланы ҡотҡармаһалар, һәләк буласаҡ. Ул бер балаға ҡарап алды, бер сарбайлап, баламды ҡотҡарығыҙ, тип илаған ҡатын яғына күҙ һалды. Һаҡсының уны туҡтатырға тырышып, екеренеүенә лә ҡарамай, ярҙан арҡан ырғытыусы һаҡалтай эргәһенә килеп баҫты. Бауҙың осон биленә бәйләп, һыуға инеп китте. Ярҙағы ҡысҡырышыуҙар тынды. Барыһы ла ни булырын көтә башланы. Бер нисә ҡатын уны дәртләндереп һөрәнләп алды. Ринат аяғы менән такталарҙы ҡапшап, тросҡа ике ҡуллап йәбешеп, яйлап алға атланы. Һыу бик һалҡын. Бына, теге бала йәбешкән свайға ла барып тотондо. Һыу баланың аяғына килеп етмәгәнлектән бик өшөмәгән, әммә теше-тешкә теймәй ҡалтырай ине. Ринат уның ҡулынан тотоп, бағананан ысҡындырырға тырышты. Бала шул ҡәҙәр ҡурҡып, бағанаға сытырҙап йәбешкән – һис ысҡындырырлыҡ түгел. Бер ҡулын ысҡындырһа, икенсе ҡулы менән йәбешә, сөнки аҫылмалы күпер һыу ағышына ныҡ итеп сайҡала. Әсир ҙә тростан ҡулын ысҡындыра алмай, һыуға йығылырға мөмкин. Унан икеһе лә һәләк буласаҡ. Ринат нисек кәрәк баланы ҡосағына ала алды. Бала хәҙер Ринаттың муйынына сат йәбеште. Уның ҡыҫып тотоуынан тын алыуы ҡыйынлашты. Ышаныслы булһын өсөн егет баланың кейеменән дә тешләп алды, сөнки һыуыҡтан балаға шок булып, һушын юғалтырға мөмкин. Ҡотороп аҡҡан йылғаға ҡараған көйө бер миҙгелгә уның башы әйләнеп, зиһене сыуалып китте. Шуға ла, сытырҙатып күҙҙәрен йомдо. “Бауҙың осон оҙонораҡ ҡалдырырға кәрәк булған. Буш осо менән баланы үҙ кәүҙәмә бәйләгән булыр инем” тип уйлап ҡуйҙы. Халыҡты ҡурҡытҡан икенсе яҡтан килеп ҡушыласаҡ ташҡындың да геүләгәне ишетелде шикелле. Ярҙағы халыҡ тағы ныҡлап ҡысҡыра башланы ла кинәт кенә тынып ҡалды. Ринат артына боролоп ҡарай алманы. Ҙур йөк машинаһы бейеклегендә ажғырып килгән икенсе ташҡын уны бәреп йыҡты. Әсирҙең башынан: “Их тағы өс метр араны сығып өлгөрә алманым. Бала әрәм була инде”, тигән уй йәшендәй һыҙылды. Унан: “Бауҙары ғына түҙһә ярар ине” тип ҡуйҙы.