Журналдың февраль һанында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ғәзиз балалары – Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар менән әңгәмә урын ала. “Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй...” тигән материалды уҡығанда тыныс ҡала алмайһың, тәрән тетрәнеүҙәр кисерәһең, һағыш сөңгөлдәренә сумаһың.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында күренекле яҙыусы Мәүлит Ямалетдиндың “Ишмөхәмәт сәсән” роман-эссеһы, Рәсүл Байгилдиндың “Етегән йондоҙлоғо” повесының аҙағы, Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның “Ғәҙел хөкөм”, Гөлсөм Мостафинаның “Моратша ағай” хикәйәләре тәҡдим ителә.
Филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәковтың “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында урын алған Мәүлит Ямалетдин ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Шағиранә күңелдәргә моң яғып” (Мәүлит Ямалетдин ижадының ҡабатланғыһыҙ милли булмышы) тип атала.
Шағирҙар Минзәлә Шөғәйепова, Наилә Хәмбәлиева, Фәнил Бүләков серле шиғриәт донъяһына саҡыра.
Әҙәбиәт белгесе, ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына февралдә 90 йыл тулды. Был һанда ғалимдың ҡыҙы Гөлшат Ғәбитова-Әхмәтйәнованың “Атайымдың изге аманаты” тигән хәтирәләре урын ала.
Билдәле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитовтың “Хәтер ипкендәре” тигән ғүмер яҙмаларын уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итте. Был һанда ла хәтирәләр дауам итә.
“Рухи тамырҙарыбыҙ”, “Сатира һәм юмор”, “Беҙҙең календарь” рубрикаларында урын алған материалдар ҙа ҡыҙыҡлы.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алыу йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Луиза Кирәева әҙерләне.