Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Февраль 2022, 11:55

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Башҡортса яратып буламы?Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан "Теге өсәү" ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Ысынлап та, башҡортса яратып буламы? Ғөмүмән, мөхәббәттең милләте буламы икән?

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Башҡортса яратып буламы?

Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан "Теге өсәү" ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Ысынлап та, башҡортса яратып буламы? Ғөмүмән, мөхәббәттең милләте буламы икән? Минеңсә, мөхәббәттең милләте булмаһа ла, милләттең мөхәббәте бар бит. Шуға күрә мин башҡортса яратыуҙы халҡыңды яратыуға тиңләйем.
Рәми ағай Надя еңгәйҙе, үҙе әйткәнсә, тап башҡортса яратҡан өсөн дә уларҙың балалары башҡорт булып тәрбиәләнгән. Мөхәббәт бер яҡлы ғына булмай, тимәк Надя еңгәй ҙә Рәми ағайҙы башҡортса яратҡан. Бына бит нисек.
Ҡайһы бер башҡорт ата-әсәләрҙән дә башҡа милләт вәкилдәре килеп сыға. Тимәк ундай ата-әсәләр бер-береһен башҡортса яратмай булып сыға. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был тормош...

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 597-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: