Бисә-сәсә, имеш…
- Урыныңды бел, һин - бисә кеше,
Һүҙҙәреңде, - тиҙәр, - һин үлсә!
Урынымды мин белергә риза,
Булһа булһын әйҙә һеҙҙеңсә!
Мин ризамын аш-һыу бүлмәһендә
Бешерергә тәмле-татлыны,
Тик бәләкәй өйгә риза түгел,
Теләйем мин ике ҡатлыны!
Балҡып-көлөп торор бөтә донъям,
Йылмайырмын гелән үҙем дә,
Эшкә йөрөп әгәр арымаһам,
Мул аҡсаны тотһам үҙемдә.
Наҙлы һүҙҙәр генә әйтер инек,
Беҙгә генә булһа йылығыҙ,
Беҙ әҙербеҙ ҡатын-ҡыҙ булырға,
Һеҙ үҙегеҙ ирҙәр булығыҙ!
Бисә-сәсә, - имеш… Был ирҙәрҙең
Намыҫтары әллә тулаймы?
Беҙ булмаһаҡ, ҡыҙҙар, ярты ир-ат
Асҡа үлер ине. Шулаймы?
27.10.2015.
Фирүзә Абдуллина.