Тамара ҒӘНИЕВА
ӨНДӘШМӘЙҺЕҢ
Өндәшмәйһең дә ул...Һөйләшергә
Уртаҡ һүҙебеҙ ҙә юҡ һымаҡ.
Мин тәртәгә ингән йөк атылай,
Һин тышауға күнмәҫ арғымаҡ.
Шығырлаған ридуан ыңғайына
Һәүетемсә киләм. Юл таныш.
Һинең әле майҙан тотаһың бар...
Утлыҡсала, тәҡдир йәки мәкер
Һандалында минең туҡталыш.
Өндәшмәйһең.Эйе...Күреп торам.
Сараһыҙҙан эстән иңрәүем.
Тыштан белдермәйсә ҡыланһам да
Ҡаршыңа ҡабып көйрәүем.
Яңғыҙлығың, минең яғыҙлығым -
Яҙыҡлыҡтыр, бәлки, ғәләмдә.
Тәғәйенме китеп барған юлың?
Ҡурпылаған минең үҙәнгә
Һыуһауыңдан йәки асығыуҙан
Йә арыуҙан күңелең биҙгәнгә
Тарыныңмы?
Минең алйыр сиккә
Етеп, наҙға сарсау хәлемде
Бер кем, бер кем аңламауын тойоп,
Сарыф итеүеңме мәлеңде?
Бәлки әле, яңлышамдыр ғына...
Тик хайранмын һинең ҡылыҡҡа.
Өндәшмәйһең.
Ошо йәштә минме
Тотонорға тейеш ҡороҡҡа?..