Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2022, 16:50

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН * * *...Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә –Юғалһындар борсолоулы уйҙар,Тынысланһын ярһып типкән йөрәк,Мәңге ашҡыныусы әллә ҡайҙа...

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

 

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

* * *
...Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә –
Юғалһындар борсолоулы уйҙар,
Тынысланһын ярһып типкән йөрәк,
Мәңге ашҡыныусы әллә ҡайҙа...

Был донъялар шундай яҡты бит ул,
Уның йәме – һинең күҙҙәреңдә,
Юҡ, эҙләмә тормош асылдарын
Ҡар өҫтөнән һалған эҙҙәремдән.

Улар һине аҙаштырыр бары,
Уратып алыр тормош бурандары,
Мин дә лабиринттан сыға алмай,
Күпме гиҙәм Өфө урамдарын.

...Был ғүмерҙәр шундай ҡыҫҡа бит ул,
Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә,
Һинең ҡосағыңда саҡта ғына,
Йәшәүемде тоям әллә ниңә...

Рәшит Зәйнуллин.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: