Фирүзә АБДУЛЛИНА
ФАТИХАМ
Бер нәмә лә бушҡа килмәй,
Тырышам, арып-талам,
Тырышҡан – табыр! Һин минән
Тырышыраҡ бул, балам!
Эй ҡатмарлы был донъялар,
Ҡайсаҡ юғалып ҡалам...
Аҡыллы – аңлар! Һин минән
Аҡыллыраҡ бул, балам!
Эшемде күрһәтер өсөн
Бөтә көсөмдө һалам,
Уңышлы – уңыр! Һин минән
Уңышлыраҡ бул, балам!
Ғәмем, сәмем – һеҙҙә генә,
Борсолоп ыҙаланам...
Балаларың өсөн минән
Тынысыраҡ бул, балам!
Бөртөкләп бәхет сүпләйем,
Ялбарам – бирер Аллам!
Бәхет – яҙмышың! Һин минән
Бәхетлерәк бул, балам!
05.10.2016.
Фирүзә Абдуллина.