Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2022, 10:00

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА ***Мин тауҙарға табан артылғандаТартылдың да торҙоң далаға...Сал ҡылғандар микән һинең асыл,Офоҡ ситен ялмар ялағай?

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
***
Мин тауҙарға табан артылғанда
Тартылдың да торҙоң далаға...
Сал ҡылғандар микән һинең асыл,
Офоҡ ситен ялмар ялағай?

Далаларҙан иҫкән ыжғыр елең
Уҡ һыҙғыртҡан кеүек яуҙарҙа.
Бөркөттәрҙең ҡорған ояһы ла
Ерҙәме ни, ҡая-тау барҙа?

Далаларҙың әскелт әремендә
Ни тәмендер, әйтсе, тояһың?
Ҡарағайҙар үҫһә далаларҙа,
Тау елдәре иҫһә, ҡана һуң...

Ҡан хәтерен әллә һаҡлай микән
Ҡола ғына ошо күк далаң?
Тауҙар тыны бында етмәй кеүек,
Офоҡ күҙләп күптән күҙ талған.

Дала моңо һарҡып ағылғанда
Тынып торған, тиҙәр, яуҙар ҙа.
Шул моң микән әйҙәй далаларға-
Толҡа тапмай йәнем тауҙарҙа.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
 
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: