Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ
ҺҮҘ ТЫЛСЫМЫ
Эссе
Ырыҫйән уҙаман баҡсаһындағы урындыҡҡа, ерҙең эйәһеләй йәйрәп ултырып, йәнә уйға ҡалды. Исеме есеменә тап килеп, ырыҫлы, бәхетле йән булды ул. Күп йәшәне, күпте күрҙе, кисерҙе, белде. Йәшәүҙең асылын, мәғәнәһен тәрәнерәк төшөнөргә тырышты, аҡыл өсөн ҡарттарҙың ҡарһүҙен тыңланы, уҡымаған китабы ҡалманы, балаларға белем өләште. Һәр йәһәттән һәләтле ине. Йыйындарҙа халыҡ йырҙарын йырланы, ҡурайҙа уйнаны, ҡобайырҙар һөйләне, алғыштар әйтте,ҡәрҙәштәренең күңелен асты, дәртһеҙҙе дәртләндерҙе, моңһоҙҙо моңландырҙы. Аллаға шөкөр, уландары ла өҙҙөрөп ҡурай тарта, белем тигән йәншишмәнән ғилем һыуын эсә. Ырыҫйән хикмәтле һүҙ, тылсымлы йыр-моң менән фани донъяның серҙәрен сағыуыраҡ, баҙығыраҡ төшөндө. Әммә, шағир әйтмешләй, “Ғүмер ҡыҫҡа... Донъя шундай матур, артҡан һайын арта ҡәҙере. Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк, алмаҫ элек мине ҡәберем. Тоям инде ул көн килеп етер”... Ҡанбабалар, ата-олатайҙар янына юлға сығырға ла ваҡыт күп ҡалмайҙыр...