Хәсән Назар
Сөләймән Абдуллин иҫтәлегенә
Яҡташлыҡтан ғына яҡынмы һин?!
Тормошомда йырың — бер терәк ул.
Игеҙәк итте беҙҙе ер - һыу моңо,
Икебеҙҙә, гүйә, бер йөрәк ул.
Йәшәй белеү ҡайҙа шымтайып тик!
Булдыҡ эстән тик үҙ иркебеҙҙә.
Ә ил рухы сыңрап, баҙрап китте
Йырҙа һәм шиғырҙа — икебеҙҙә.
Аҫыл заттар күрҙе, баһаланы...
Тик сүмәлә яһамаҡта сүптән,
Яҙа баҫһа, ҡырын тейәһә, тип,
Һағалап, абалап көрәйҙе салт эттәр.
Ә киләсәк өҙмәҫ тамырҙарҙы —
Фәһем итеп һиҙгер балаҡайға,
Рәхмәт әйтер һинең Үтәғолға,
Минең тыуған төйәк Таулыҡайға.
Һинән, минән аша ҡараусылар
Дәрәжәгә батып ҡаласаҡ ул.
Илһөйәр, моңһөйәр, телһөйәрҙәр
Беҙҙән дә бит зауыҡ аласаҡ ул.
Ул үҙе бер ырыҫ булып ҡалыр
Беҙҙең аһәң, беҙҙең көйҙәшлектәр.
Тәбиғилек еңә! Өҫтөн сыҡмаҫ
Кәсепселек менән өйҙәшлектәр.
Күпме йырсы хәҙер... Тик уларҙың
Бишеһенән бер Сөләймән сыҡмаҫ.
Күрҙеңме һуң ҡәҙер? Әҙер юлдан
Кем генә һуң әле "Мин!" тип сапмаҫ!
Тауыш та бар, осҡорлоҡ та... Әммә
Рух гәүһәре тәтей һирәктәргә.
Тыны етһә лә бит, йәне тоҡос,
Үтеп инеү ҡайҙа йөрәктәргә!
Яһалма һәм арзан шөһрәт менән
Ҡайҡайып та йөрөй ҡай бер йырсы.
Ә халыҡ һуң?! Ысын рух илсеһен
Киткәс кенә алыусан ул ҡурсып.
Яҙам был юлдарҙы — кемлегеңде,
Һәм үҙемде белгән өсөн яҙам.
Һинекенә оҡшаш яҙмышым бит —
Бөтмәҫ ҡыуанысым, китмәҫ язам.
Мәғәнәле булды беҙҙең ғүмер,
Фиҙалыҡтың ҡойоп саф ҡоросон,
Беҙ иҫкәрттек бөтөн зат - зәүерҙе:
Үҙ асылың һаҡлау —төп бурысың.
Сөләймән Абдуллин... Милли ауаз...
Ил - ҡәүемдә бындай зат һирәктер.
Игеҙәк итте беҙҙе халыҡ йыры,
Икебеҙҙә, гүйә, бер йөрәктер.