Нуруллаһының яҙмышын белгәндән һуң уйҙарына уйылды ла төштө Фәрхинур. Ятһа ла, торһа ла башында шул бер уй. Төнгө йоҡолары ҡасты, тыуған өйҙән сығып киткәс хәләленең ниҙәр кисергәнен, ниндәй ғазаптар аша үткәнен үҙ башынан үткәргәндәй бер туҡтауһыҙ өйөрөлттө. Уйлаған һайын үкенесе әсерәк, түҙгеһеҙерәк була барҙы. Ғүмере буйына артығын уйлап тормай, тотҡан еренән һындырып йәшәгән Фәрхинур бер төндө түшәгендә улай-былай әйләнгеләп, мейеһе сәсрәрҙәй булып ятты ла, башына килгән фекерҙән тороп уҡ ултырҙы.
“Барам да ҡайтам Германияға! Хәләлемдең аҫыл һөйәктәрен ҡуйынына алған тупраҡты йәшем менән һуғарайым. Сәгер күҙҙәренең иң һуңғы ҡарашы төбәлгән күкте күрәйем. Шул тупраҡ менән күктең алдында ауыҙ тултырып йән ғазабымды әйтеп бирәйем. Шулайтайым. Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Донъялыҡтағын донъялыҡта теүәлләйем”.
Кинәт кенә тыуҙы ла ҡуйҙы ул был ниәт. Хәйер, буштан ғына тыуманы инде. Бер ваҡыт БСТ-ла Сәғитова тигән бер ҡәҙимге башҡорт ҡатынының автостоп менән бөтә Европаны йөрөп сыҡҡаны тураһында тапшырыу булғайны. Шуны әҙәм балаһының тәүәкәллегенә, батырлығына хайран булып ҡарағайны. Ана шул һоҡланыуы орлоҡ һымаҡ әллә ҡайҙа бер урында ятҡандыр ҙа, шытып сыҡҡандыр, ахыры. Өлкәнәйгәс, тәүәкәллектең бер ҡыры бар: был ҡарсыҡ алйып бара түгелме, тип шаҡара тыйып ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға күрә ниәтен күптән әхирәте һымаҡ булып бөткән ҡыҙына ла асманы. Көндәр саҡ ҡына йылына төшкәс юлланырға ҡарар итте лә, шым ғына йыйына башланы. Йыйына, тип, шул аҡса инде. Аҡсаң булһа, бүтәнен һатаһың да алаһың хәҙер. Тормошо етеш, үҙе тернәксел булғас, пенсияһы байтаҡ йыйылған булырға тейеш тә, тик ҡулда түгел, әйләнештә. Әйләнеш тигәне шул: бурысҡа тип өләшеп бөткән. Уңайһыҙ булһа ла, бер нисә ауылдашынан һораштырып ҡараны ул. Береһе “балалар аҡсаһы алғас” тип сығарҙы. Икенсеһе “кейәүең вахтанан ҡайтһын инде” – тине. Бәғзе берәү: “Кредитыбыҙ күп бит. Саҡ ҡына сабыр итеп торһаңсы” тип илауланы. Шул инде, йәштәргә аҡса күп кәрәк. Машинаһыҙ ҙа булмай, ә уныһы бензинды күп ашай. Өйгә күпме өйәһең. Балаларҙы уҡытырға кәрәк. Аҡсаһын йыйнап алыу килеп сыҡманы, кәйефе генә боҙолдо ла ҡул һелтәне. Етмәһә, яҙы һуңлап килде. Апрель айының пенсияһын йомарлап алғас: “Бер тапҡыр баҙнатһыҙланып ҡалыуым арҡаһында ғүмер буйы үкендем, инде быныһы өсөн үлгәнсе үкенерем юҡ!” – тип сыҡты ла китте Фәрхинур.