Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Февраль 2022, 14:40

Берйән Байымов

Хәтер Арабыҙҙан иртә киткән яҙыусы, ғалим Берйән Байымовҡа ошо көндәрҙә 74 йәш тулған булыр ине.  Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыр, таҡмаҡ һәм бәйет жанрҙарына арналған. Ул шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе. М. Буранғоловтың «Сәсән аманаты», Мөхтәр Сәғитовтың «Ғүмерлеккә ҡалған яра» китаптарын һәм «Башҡорт фольклоры. II сығарылыш» йыйынтығын төҙөүсе, башҡа коллектив хеҙмәттәрҙә авторҙаш. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә. Берйән Байымов, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, 1998 йылда башҡорт яҙыусыһы һәм ғалимы Ғабдулла Амантайҙың тормошо һәм ижадына арналған «Атылған йондоҙ Амантай» китабын нәшер итә. Әҙип шулай уҡ балалар өсөн «Урман бүләге» исемле шиғыр (1987) һәм «Мажаралы төн» исемле хикәйә (1993) йыйынтыҡтары, «Ҡон» повесы (2004) авторы. Ул 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Берйән Байымов
Берйән Байымов

Хәтер

Арабыҙҙан иртә киткән яҙыусы, ғалим Берйән Байымовҡа ошо көндәрҙә 74 йәш тулған булыр ине. 

Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыртаҡмаҡ һәм бәйет жанрҙарына арналған. Ул шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе. М. Буранғоловтың «Сәсән аманаты», Мөхтәр Сәғитовтың «Ғүмерлеккә ҡалған яра» китаптарын һәм «Башҡорт фольклоры. II сығарылыш» йыйынтығын төҙөүсе, башҡа коллектив хеҙмәттәрҙә авторҙаш. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә.

Берйән Байымов, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, 1998 йылда башҡорт яҙыусыһы һәм ғалимы Ғабдулла Амантайҙың тормошо һәм ижадына арналған «Атылған йондоҙ Амантай» китабын нәшер итә. Әҙип шулай уҡ балалар өсөн «Урман бүләге» исемле шиғыр (1987) һәм «Мажаралы төн» исемле хикәйә (1993) йыйынтыҡтары, «Ҡон» повесы (2004) авторы. Ул 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Берйән Байымов
Берйән Байымов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: