Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Февраль 2022, 10:45

Лариса АБДУЛЛИНА

Лариса АБДУЛЛИНА БӘХЕТЕМБәхетем, тип, яландарға сыҡтым,Ер һулышын ятып тыңланым.Һөйөүемә яуап бирҙе тупраҡ:Үлән шытып сыҡты моңланып!

Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
БӘХЕТЕМ
Бәхетем, тип, яландарға сыҡтым,
Ер һулышын ятып тыңланым.
Һөйөүемә яуап бирҙе тупраҡ:
Үлән шытып сыҡты моңланып!

Бәхетем, тип, урмандарға барҙым,
Ҡыҫып ҡосаҡланым имәнде:
- Ырыу ағасыңмын, мин имләрмен,
Хиссиәттең ниҙән имгәнде?..

Бәхетем, тип, танһыҡ ташлап йөҙҙөм,
Күлдең күлен яңғыҙ иңләнем.
Мине генә моңло итә микән,
Асылыҡай, һинең был йәмең.

Бәхетем, тип, балаларға баҡтым:
Һуңғы юлға улар оҙатһын.
Минең өсөн бәхет булған ерҙә,
Улар өсөн ырыҫ мең артһын!

Бәхетем, тип, һине һайланым мин,
Йөрәгеңә һалам йырымды.
Төңөлөп тә барған уйҙарымдан,
Үкһеҙлектән, зинһар, арындыр!

Һинең ерең миңә - минеке, тиң,
Минеке, тиң, һинең һыуҙарың.
Минеке, тиң, маңлайымда түгел,
Йөрәгемдә ятҡан һырҙарым.

Минеке, тиң, бары, барыһы ла,
Минеке, тиң, бына һин үҙең.
Бәхетемде раҫлар ҡултамғалай,
Һин - минеке! тигән бер һүҙең!
Һин - бәхетем! тигән ҡот һүҙең!..
Лариса Абдуллина.
 
Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: