Мәүлит Ямалетдин
Ишмөхәмәт сәсән
Роман-эссе
(Журнал варианты)
Туғыҙынсы кантон биләмәһендәге Һары ауылы Яйыҡтың уң ҡушылдығы булған Сабаҡлы йылғаһы буйында ултырған кескәй генә ҡышлау. Уға француз яуының иң ҡыҙған осоронда алтынсы кантондың Балапан ауылынан бында йорт старшинаһы итеп күсерелгән Һары Мәтисов нигеҙ һалғайны. Яйыҡ казактарынан, башҡорт-мишәр ғәскәренән торған хәрби көстәрҙең Наполеонға ҡаршы күпләп яуға оҙатылыуы сәбәпле, Ырымбур сик буйы һыҙығының мөсһөҙләнеп ҡалыуынан хафаланған генерал-губернатор Эссен, былай ҙа уңайлы мәлде аңдып ҡына торған ҡаҙаҡтарҙың барымталарынан шөбһәләнеп, сик буйын ышаныслы, һыналған башҡорт казактары менән нығытырға тырышты. Һары Мәтисовтың бында күсерелеүе шуның менән бәйле ине. Йорт старшинаһы Һары Мәтисов Орск дистанцияһынан көнбайышта ҡырҡ саҡрымдағы был урынды ҡышлау өсөн үҙе һайлап алды. Тәбиғәте бик хозур: һыулау өсөн ярҙарын ҡуйы әрәмәлектәр ҡаплаған мул ғына ағымлы Сабаҡлы йылғаһы. Ул алыҫта күкһелләнеп күренгән Урал армыттары тарафынан баш ала. Ауылдың төньяҡ-көнсығышында ҡатнаш ағастарҙан торған ҡуйы урман йәйрәп ята. Тирә-яҡта күҙ күреме ергә төрлө бейеклектәге һырттар, түбәләрен тубылғы, артыш ҡаплаған ҡалҡыулыҡтар һуҙыла. Улар Урал тигән дәһшәтле оло тулҡындың тынысланғандан-тыныслана барған кескәй тулҡынсыҡтарын хәтерләтә. Ишмөхәмәт туғыҙынсы кантонға килеп баш төрткәндә, Һары Мәтисов донъяла юҡ ине – ул француз яуы тамамланыр алдынан ғына баҡыйлыҡҡа күскән. Ишмөхәмәт уның уландарына – атаһы менән ике туған ғына ҡан ҡәрҙәш булған Оморҙаҡ һәм Юлай Сариндарға килеп һыйынды. Оморҙаҡ тигәне оло йәштә булғанға күрә, хәрби хеҙмәтте ҡуйған, уның Ҡолмәт исемле улы һәм унан таралған балалары Һарыла төпләнгән. Юлай Сарин шул тирәлә йәшәгән үҫәргән, түңгәүер ырыуы башҡорттарының утыҙҙан ашыу ауылында старшина вазифаһын башҡара ине. Юлайҙың Биҡҡол, Бикбай тигән уландары һәр береһе ғаилә ҡороп, аталарынан күрмәксе хәрби хеҙмәткә ылыҡҡайны. Бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән сит-ят ергә килгәндең тәүге мәлдәрендә Ишмөхәмәт яманһыулап ҡаңғырҙы. Әлбиттә, уның элек тә ауылдан ситкә сығып йөрөгәне булманы түгел, булды. Шул уҡ хәрби хеҙмәт үтәү быға миҫал. Ләкин сик буйы хеҙмәтенә юлланғанда ла, унда йөрөгәндә лә бының ваҡытлы бер важибәт икәнен беләһең, күңелеңде шуға көйләйһең. Ә бында – билдәһеҙлек. Йөрәкте шул өйкәй, йәнде шул яфалай. Өҫтәүенә, кендек ҡаның аҡҡан тыуған яҡтар иҫкә төшә, ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғаилә һәм туғандар уйҙан сыҡмай һәм баяғы билдәһеҙлек тойғоһон тағы ла көсәйтә. Ярай әле, ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ тигәндәй, зат-зәүер бар – улар ихлас рәүештә йылы ҡабул итеп, бауырҙарына быҫты. Боронғоларҙың: “Атың булмаһа ла, затың булһын”, – тигән һүҙенә бына ҡайҙа килеп төшөнөргә яҙған!
Әлеге шул туғандар ярҙамында ағас ҡырҡа һалып, бура бурап, ҡара һыуыҡҡа ҡалдырмайынса ғына өмә үткәреп, өй күтәргәндән һуң, Ишмөхәмәт Яйҡарҙа ҡалған ғаиләһен күсереп алып килде. Улар яңы ергә аяҡ баҫып, өр-яңы өйҙәренең ишеген асып ингәндең иртәгәһенә ҡар яуҙы. Ишмөхәмәт менән Зәйтүнәнең Һарылағы тормошо шулай башланып китте. Белгертмәҫкә тырышһа ла, Зәйтүнәгә лә яңы урынға ерегеп китеүе еңелдән булманы. Ул да тыуған яҡты һағынды, ятһа ла, торһа ла, уй-хыялында айырылып китергә мәжбүр булған йәндәй ғәзиз күргән зат-ырыуы, дуҫ-иштәре. Өйҙә яңғыҙы ғына ҡалып, һағыштарынан күңеле тулышҡанда:
Буй еткерҙем Ҡыҙылдарҙа,
Йәшәйем Һарыларҙа.
Тыуған яҡтарҙы һағынып,
Һабыштым һарыларға, –
тип йырлап, моңайған мәлдәре әҙ булманы Зәйтүнәнең. Тик ни хәл итмәк кәрәк, энә ҡайҙа – еп шунда. Тәҡдирҙәре шулай яҙылғандыр, ейәһе ризыҡтары ошо Ырымбур яҡтарына сәселгәндер.