...Мәүлит ағай Ямалетдиндың
75 йыллығы уңайынан
Әхмәр ҒҮМӘР - ҮТӘБАЙ
...Халыҡ ижадынан айырылғыһыҙ
булған, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан һутланған, ҡурай моңона көйләнгән
Мәүлит Ямалетдинов шиғырҙары, ҡоба-
йыр - робағиҙары, поэмалары,эпостары,
проза әҫәрҙәре, тәржемәләре, "Ҡөрьән"
сүрәләренең шиғри аңлатмалары етди
өйрәнеүҙе, тулы кимәлдә баһалауҙы,
бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ғалимын
көтә. Был баһа авторҙың үҙе өсөн түгел,
әҙәбиәт, йәш яҙыусылар өсөн кәрәк.
Халыҡ ижадына, уның меңәр йыллыҡ
традиция-йолаларына таянғанда
нимәгә өлгәшеп булғанын аңлатыр өсөн. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә
халҡыбыҙҙың йөрәк тауышын ишеттерер өсөн кәрәк. Был йәһәттән
Мәүлит Ямалетдинов ижады йәштәр өсөн үҙе бер ижад мәктәбе булырлыҡ.
Туған телебеҙҙе йүнләп белмәгән, русса
уйлап, шунан һуң ғына уйлағанын
күңелендә башҡортсаға ауҙарып ижад иткән йәштәр арта барған бер ваҡытта
был мәктәптең зарурлығы хаҡында
әйтеп торорға ла түгел.