Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Бөрйән ҡарағайы
"Ҡар башына ҡар етә" тиелә халыҡ мәҡәлендә. Ысынлап та, ҡышҡы селләнән ҡатып ҡалған ҡар өҫтөнә яҙҙың елбәҙәк кенә ҡары яуа ла, ҡатламдарҙы иретеп алып китә. Әлбиттә, был мәҡәлдең образлы мәғәнәләре лә, кинәйәләре лә бик тәрәнгә һалынған. Шуларҙың бер фекер йүнәлешен Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ошо шиғырында күрергә була:
БӨРЙӘН ҠАРАҒАЙЫ
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы
Еркәйендә ҡалған тамыры.
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы
Сайыр йәшен юлға тамыҙып.
Барып етер Бөрйән ҡарағайы,
Күпме генә йәшең ағыҙма –
Иҫән сығыуҙар юҡ был цехтарҙан,
Әйләнер ул ап-аҡ ҡағыҙға.
Кире ҡайтыр Бөрйән ҡарағайы,
Әйләнер ҙә ап-аҡ ҡағыҙға.
Ул ҡағыҙға Бөрйән урмандарын
Нығыраҡ ҡырырға тип яҙылған.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 595-се күҙәтеү.