Доктор Марк онкология өлкәһендә күренекле табип була. Бер көн уны икенсе ҡалала үткән мөһим конференцияға саҡыралар, хеҙмәтен баһалап, бүләкләргә лә тейештәр икән.
Самолетта ике сәғәт самаһы осҡас, техник сәбәптәр арҡаһында самолет башҡа аэропортҡа төшөргә мәжбүр була. Доктор коференцияға һуңлап ҡуймаҫ өсөн арендаға машина алып юлға сыға, ләкин һауа шарттары боҙолоп, ел-дауыллап көслө ямғыр ҡоя башлай. Доктор юлды бутап, икенсе йүнәлешкә табан юллана һәм аҙашҡанын аңлай. Кис төшә. Ныҡ арыған доктор ҡунып сығырға теләп бәләкәй генә йорттоң ишеген шаҡый. Ишекте мөләйем ҡатын аса, докторҙың хәлен аңлап, сәй тәҡдим итә, ә үҙе мөйөштәге карауат ситенә сүгәләп доға уҡый башлай.
Ҡатын доға уҡып бөткәс, дингә ышанмаған доктор һорап ҡуя:
– Һеҙ Аллаһтан нимә теләйһегеҙ һуң, доғаларығыҙҙы ишетер тип уйлайһығыҙмы ни?
Ҡатын моңһоу ғына йылмайып, карауатта яман шеш сире менән ауырыған улы ятыуын, дауаларға аҡсалары юҡлығын һөйләй.
– Был сирҙән башҡа ҡалала йәшәгән бер генә доктор дауалай ала, – ти ҡатын. – Уның исеме – Марк. Ләкин Аллаһ минең доғаларымды ҡабул итеренә тамсы ла шикләнмәйем...
Докторҙың күҙҙәренә йәш тула, ауыҙ эсенән ҡабатлай:
– Аллаһ – бөйөк!