Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Беләм, әсәй…
Үҙ өйөнә һәр кем ихлас саҡыра
Тыуып үҫкән ергә ҡайтҡан саҡта.
Бындай хөрмәт, юҡ-юҡ, миңә түгел,
Беләм, әсәй, ул бит һинең хаҡҡа.
Беҙҙең өй ҙә гелән асыҡ булды,
Бикләнмәне йоҙаҡ-келәләргә.
«Бары менән – байрам» мәлендә лә
Уртаҡ аш-һыу күрше-күләндәргә.
Ҡул эштәрен тотоп, ултырмаға
Кис йыйылыр ине шуҡ еңгәләр.
Асыҡ ишектә лә түгел хикмәт,
Алсаҡ күңелеңде бик беләләр.
Изгелеккә һинең әле булһа
Хайран ҡалып, һаман ғәжәпләнәм.
Һуңғы ҡабымды ла бүлешергә
Мин бит һиңә ҡарап ғәҙәтләнәм.
Төбәп ҡайтыр тупһам булмағанға,
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡайтһам тыуған яҡҡа,
Хөрмәтләйҙәр икән яҡташтарым, –
Беләм, әсәй, ул бит һинең хаҡҡа.
Зөһрә Ҡотлогилдина.