Мәүлит Ямалетдингә
Шиғыр тыуа, йә йыр, күңелдәрҙең
Зыңлап тартылғанда ҡылдары.
Тик йөрәгең ҡушҡанда ла, ҡай саҡ,
Ҡәләм тота алмай ҡулдарың.
Нисә тапҡыр бына, ынтылам да,
Ҡулға алам һынған ҡәләмде.
Теләһә лә күңел, күрмәй күҙем –
Ҡараңғылыҡ баҫты ғәләмде.
Сағыу көндә, ҡапыл, көтмәгәндә,
Тәҙрәләрҙең төштө пәрҙәһе;
Шаңҡытҡансы аңды, янда ғына
Ярылды бер пушка йәҙрәһе.
Үтеү менәнме мәл, ҡәләмемде
Үткерләй ҙә алмай интегәм.
Күңелемдең, һис тә тыйылмаған,
Даръяларҙай йәшен мин түгәм...
Ниҙәр генә хәҙер яҙғанда ла,
Ҡойғанда ла һәйкәл алтындан,
Зыңлап торған күренмәгән бер ҡыл
Тартылған да һыға алҡымдан.
Мәүлит КӘРИМИ