Айҙар МАННАНОВ
Әрләнмәгән көнөм
(шаярыу)
Бөгөн мине әрләмәйҙәр –
Маҡтайҙар ҙа, маҡтайҙар.
Маҡтаусылар араһында
,,Әрләгән"е шаҡтай бар.
Мин, уларҙың фекеренсә,
Насар түгел икәнмен –
Кемдәренә һабаҡ биреп,
Элек, һәйбәт иткәнмен.
Кемгә ярҙам иткәнмен дә,
Кемде һүгеп киткәнмен.
Кемде яғаһынан алып,
Дөрөҫ юлға илткәнмен.
,,Һулға" ла мин сапмағанмын,
Ҡатыныма ҡайтҡанмын.
Тоғролоҡҡа миҫал булып,
Өйҙә генә ятҡанмын.
...Кемлегемде белмәҫ инем
Тыуған көнөм булмаһа.
,,Әйҙә, Айҙар, гуляй!" – тимен –
Сәбәбе бар, исмаһа.