Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль 2022, 17:05

Зөһрә АЛТЫНБАЕВА

Зөһрә АЛТЫНБАЕВА * * * Туғайҙарҙы ап-аҡ ҡар һырыған, Күл өҫтөндә йөҙмәй аҡҡоштар. Күңел күген болоттарға сорнап, Һағыштарға һала аҡ ҡыштар.

Зөһрә АЛТЫНБАЕВА
Зөһрә АЛТЫНБАЕВА

Зөһрә АЛТЫНБАЕВА

* * *

Туғайҙарҙы ап-аҡ ҡар һырыған,
Күл өҫтөндә йөҙмәй аҡҡоштар.
Күңел күген болоттарға сорнап,
Һағыштарға һала аҡ ҡыштар.

Яҙҙар етер тағы.
Күлдәренә
Ҡайтып төшөр парлап аҡҡоштар.
Илап аҡҡан ҡар һыуына манып,
Һағыштарҙан сигер нағыштар.

Яңғыҙ аҡҡош,ярһыуҙарын баҫып,
Ҡар һыуында йыуыр ҡанатын.
Яңғыҙлыҡтан янған ярһыуҙарҙы
Яңы яҙҙар микән таратыр....

Зөһрә АЛТЫНБАЕВА
Зөһрә АЛТЫНБАЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: