Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль 2022, 16:05

Тамара Искәндәриә

Тамара ИСКӘНДӘРИӘБЫЛБЫЛ МОҢОСутылдығы ғына сыға инде!Өҙҙөрә лә таңда һандуғас!Отоп ҡына алыр инем дә бит,Онотормон инде таң тыуғас.

Тамара Искәндәриә
Тамара Искәндәриә

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
БЫЛБЫЛ МОҢО

Сутылдығы ғына сыға инде!
Өҙҙөрә лә таңда һандуғас!
Отоп ҡына алыр инем дә бит,
Онотормон инде таң тыуғас.

Онотормон.
Ошо тиклем дә йән
Тулһа, тулыр икән илһамға?
Арымай ҙа талмай ҡошсоҡҡайым,
Ҡоя ғына тулы мөхәббәтен
Донъяны бар иткән Йыһанға...

Былбыл моңон нисек аңлатырға?
Нисек аңлатырға был йәнде?
Һүҙҙәр көсһөҙ, улар ярай бары
Тасуирларға күргән-белгәнде,

Ә тойғоңдоң үрен, тәрәнлеген,
Хистәреңдең урғып ташыуын
Һөйләп бирер өсөн кәрәктер ул
Өҙөп ташлау һүҙҙәр тышауын!

Эйе! Уттар сәсеп тояҡтарҙан,
Көмөш яллы аттар сапҡандай.
Тулҡындарын ҡапыл ярға бәреп,
Йә бәүелеп, даръя аҡҡандай...

Туған телем!
Һандуғастың моңо,
Өҙөлмәҫ бер йыры былбылдың!
Тормош һинән мең ҡат айырһа ла,
Ҡанаттарҙы мең ҡат ҡайырһа ла,
Мең дә бер ҡат һиндә табылдым,
Мин яңынан һиндә табылдым!

20 май, 2020 йыл

Тамара Искәндәриә
Тамара Искәндәриә
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: