Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ
Беҙ – малайҙар – үҫкән саҡта
Аптырай торған инек:
Ниңә әбей-бабай йәйен
Кейәләр кейеҙ итек?
Ниңә шәлдәр ябыналар?
Ниңә кейәләр бүрек?
Көлә инек, йәйге көндә
Шул сәйер хәлде күреп.
Беҙ йәй түгел, ҡышын хатта
Сер бирмәйбеҙ өшөүгө.
Ә ниңә һуң һыуыҡ икән
Әбей-бабай кешегә?
Бының сәбәбен аңланым
Мин тора-бара ғына:
Бар йылыһын биреп бөткән
Улар балаларына...