Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль 2022, 10:05

Ким Әхмәтйәнов

ХӘТЕР Бөгөн ғалим Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына - 90 йыл.  Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

Ким Әхмәтйәнов
Ким Әхмәтйәнов

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

Ким Әхмәтйәнов үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый, башҡорт шиғриәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләй.

Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре», «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», «Шиғриәт иленә сәйәхәт». «Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы», «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт» һ. б. китаптары бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәттәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан һәр кем танылған ғалимдын эштәренә мөрәжәғәт итә.

Ким Әбүзәр улы башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү буйынса юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Ғалим 1980 йылдың 9 ноябрендә вафат була.

Ким Әхмәтйәнов
Ким Әхмәтйәнов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: