Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Буҙа – башҡорт халҡының иң тәмле, иң файҙалы эсемлектәренең береһе: был ғәмәлдә шикләнеүселәр юҡтыр, тип уйлайым.
Бынан байтаҡ йылдар элек, мин бала саҡта, Учалы районының “Совет” колхозы Өргөндәге ғәжәйеп күркәм ҡарағас урманы яланында гөрләтеп һабантуйҙар үткәрер ине. Унда тамаша ҡылырға ғына түгел, төрлө буҙанан ауыҙ итергә лә бара торғайныҡ, әйтәгүр) Учалы, Өргөн, Һәйтәк, Ҡалҡан ауылдарының уңғандары 40 литрлыҡ тимер феләктәрҙә теләгән береһенә татлы буҙа ҡойоп бирер ине. Ә тәме! Иҫ киткес! Сағыу милли кейемдәрҙә, ҡыҙыл яулыҡтарҙа булғандарын, шаярып-көлөп торғандарын иҫләйем) Күпме һыуҙар аҡҡан был ваҡыттан!
...Хәҙер ул яланда һабантуй үтмәгәненә ни заман... Йәй айҙарында, ауылға ҡайтҡанда, унда барып сыҡһаҡ, ошонда сәхнә торор ине, ошонда аш бешерәләр ине, бында буҙа тараталар ине тип, иҫтәлектәрҙе барлап, ҡарағастан күпкә әрһеҙерәк булған, яланды баҫа башлаған ҡарағай-ҡайын үҫентеләре араһын үткеләйбеҙ былай)
Тик мин артыҡ йыраҡҡа киттем) Һүҙем ул турала түгел ине) Инәйем дә (әсәйем) һәләк оҫта яһай буҙаны. Элегерәк, йәшерәк сағында, шартына килтереп, ҡатмарлыраҡ рецептарҙы ла һынай ине, һуңғы йылдарҙа күпкә еңел, әммә шулай уҡ файҙалы буҙа килеп сыға торған рецептарға өҫтөнлөк бирә) Оло йәштә булһа ла, һис йыбанмай, шартына килтереп, тәмле итеп яһап ҡуя ул, ауылға ҡайтҡан һайын һыйланабыҙ.
Тәртибе яҡынса былай. Килолап һатылған ярҙырылған һоло - “Геркулес ” ярмаһын самалап, һыуҙа ҡуйырғансы, кеҫәл һымаҡ булғансы, болғата-болғата ҡайнатырға кәрәк. Унан икенсе кәстрүлгә ваҡ иләк аша һөҙөп, кәрәгенсә шыйыҡлап (бәлки, шыйыҡларға ла кәрәкмәҫ), буҙа ойотҡоһо, сама менән шәкәр, бер аҙ аҡ май һалып, йылы урынға ҡуйып торорға. Кемдә ойотҡо юҡ, улар ҡәҙимге магазин әсеткеһен дә һалалар тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, хәтәр тәмле, тәбиғи, иң мөһиме бик тә файҙалы эсемлек килеп сыға. Мин дә бер нисә тапҡыр эшләп ҡарағаным бар: фотоархивымдағы фотолар ошоға иҫбатлау)) Улар бөгөн килеп сыҡмаһа, бәлки, был пост булмаҫ та ине әле) Әйткәндәй, бер тапҡыр “Лента” супермаркетында һоло кеүәҫе осраны. Фотоларҙан күренеүенсә, үтә күренмәле һарғылт һыу булып сыҡты ул)Һоло тәме килә ине былай) Әйткәндәй, инәйем ярҙырылмаған һолоно ҡат-ҡат йыуып, һыу ҡойоп, төнәтмә лә яһай ул – шулай уҡ организм өсөн бик файҙалы. Шуға туған булып сыҡты был кибет кеүәҫе))
Ҡыҫҡаһы, эшләп ҡарағыҙ буҙа, хөрмәтле дуҫтар, килеп сыҡмай тигән ҡурҡынысы юҡ – барыбер нимәлер килеп сыға))Классик рецептҡа дәғүә итмәйем) Ни бары үҙебеҙгә ярағанса эшләнгән эш)Ашығыҙ тәмле булһын!