Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2022, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Аллам, һаҡла, һаҡла, һаҡла,Бәлә-ҡазанан.Уттан-һыуҙан, ауырыуҙан,Булыр язанан.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Аллам, һаҡла, һаҡла, һаҡла,
Бәлә-ҡазанан.
Уттан-һыуҙан, ауырыуҙан,
Булыр язанан.

Ярлыҡа, һыйындыр, ҡурсы,
Кисер ғазапты.
Иҫкәртеүҙәрҙе аңламай
Әҙәм-аҙапты.

Бер һулышта һин биргәндән
Артыҡ алалмам.
Бер көнгә лә һин ҡушҡандан
Тороп ҡалалмам.

Һаҡланғанды һаҡларыңа
Ышанам ғына.
Доғаларымды юллайым
Ошонан ғына.

Өмөткә өмөт ялғана -
Көндәр оҙайған.
Юҡ, вирустан ҡурҡмайым мин,
Ҡурҡам Хоҙайҙан.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: