Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2022, 11:10

Миңнира Бикәнәсова

Миңнира БИКӘНӘСОВА ТУҒАН ТЕЛ Рәхмәтлемен атай-әсәйемә Өйрәткәнгә туған телемде. Әлифбамдың битен аса-аса Башлап алдым тәүге ғилемде.

Миңнира БИКӘНӘСОВА

ТУҒАН ТЕЛ

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә

Өйрәткәнгә туған телемде.

Әлифбамдың битен аса-аса

Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...

 

( Миңнира Биканасова)

Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: