Мәүлит ЯМАЛЕТДИН
Һин йырлаған саҡта, бер миҙгелгә
Ағиҙелкәй туҡтап тыңланы.
Йөрәгеңдән сыҡҡан илаһи моң
Ҡаяларға бәрелеп сыңланы.
Тауышыңды хәтеренә һалып
Иҙел аҡты, аҡты йыраҡҡа.
Был ағым һыу йәнә Иҙел булып
Ҡасан урап ҡайтыр был яҡҡа?
Ул ваҡытта беҙ икебеҙ түгел,
Икенселәр булыр был ярҙа.
Иҙел тулҡындары бик, бик теләр
Ишетергә тағы шул йырҙы.
Барыһы ла ҡабатланыр, әммә
Яңғырамаҫ ошо моң ғына.
Һине юҡһыныуҙан Иҙел үҙен
Ҡаяларға бәрер шым ғына.