Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2022, 16:35

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Көтөп алынған башланғыс"Теге өсәү" йыр текстарының һүҙҙәре хаҡында үтә лә мөһим темаға "Йыр дәфтәре" рубрикаһы башланы. Бик тә бик кәрәк, көтөп алынған башланғыс.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Көтөп алынған башланғыс

"Теге өсәү" йыр текстарының һүҙҙәре хаҡында үтә лә мөһим темаға "Йыр дәфтәре" рубрикаһы башланы. Бик тә бик кәрәк, көтөп алынған башланғыс. Көйҙәрен белмәйем, әммә күп кенә йыр текстарындағы йәмһеҙ күренештәр йығылып ятып көлөрлөк, көлә-көлә иларлыҡ бит хәҙер. Туған телебеҙҙән көлөү тип тә әйтергә мөмкиндер ундай күренештәрҙе. Минеңсә, был хәлде яйға һалыр өсөн махсус комиссия төҙөп, көйҙәре нисек кенә моңло булмаһын, мәғәнәһеҙ һәм йәмһеҙ, бер ниндәй ҙә шиғыр талаптарына тап килмәгән текслы йырҙарҙы эфирға сығарыуҙы тыйырға кәрәктер. Бәлки шул саҡта ғына композиторҙар һәм йырсылар халыҡ алдына яңы йыр сығарыр алдынан уйланыр ине. Әгәр ҙә шиғриәт йыр сәнғәтәнең айырылғыһыҙ өлөшө икән, уға ла юғары профессиональ талаптар ҡуйылыуы мотлаҡ.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: