Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Бер апайҙың һөйләгәне...
Учалы районының Сәнсәр (Соҡот) ауылын Болгарияның Габрово, Украинаның Одесса ҡалалары менән сағыштыралар. Бәләкәй генә ауылды шундайын ҡалаларға тиңләгәстәре берәр хикмәте барҙыр инде. Быны иҫбатлап тормайым, ауылдағы бер апайҙың ун биш йыл элек миңә һөйләгәнен генә иҫкә төшөрөп үтәм.
Бер көн кисләтеп кенә апай санаға ат егеп Ғәлиәхмәр ауылындағы туғанына бара. Атының башын рәшәткәгә эләктерә лә, өйөнә инә. Сәй эсеп, йомошон йомошлап, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтырға булып китә. Санаһына ултырып, дилбегәһен һелкеп атын, эй, ҡыуа икән, эй ҡыуа, тегенеһе санаһын артҡа этәрә башлай. Абайлап ҡараһа, ауыл егеттәре шаяртып тегенең атын кирегә әйләндереп егеп киткән дә, аты, был ни ғәләмәт тигән ишара ташлап, хужабикәгә ҡарап тора, имеш...
"...Тағы ла бер ҡыҙыҡ хәл булды, — тип һүҙен дауам итте апай кеше. — Бер мәл ҡояш байыр алдынан ғына Ғәлиәхмәрҙән Сәнсәргә ҡайтып киләм. Ҡапыл бер күҙемә себен инеп китте лә, күҙемде сытырҙатып йомоп, себенде алып ташлау ниәте менән усым менән ҡаплаһам, юл буйындағы йырынға төшөп киттем. Баҡтиһәң, бер күҙем генә күргән булған икән. Соҡорға төшкәс кенә шуны белеп ҡалдым..."
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 593-сө күҙәтеү.