Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраля 2022, 04:50

Хәсән НАЗАР

Хәсән НазарТаҡта сәйБәхеттәрең һинең ябай булды,Риза булдың барына һин, әсәй.Эй һөйөнә инең — баҙарҙарҙанАлып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәсән НАЗАРХәсән НАЗАР
Хәсән НАЗАР

Хәсән Назар

Таҡта сәй

Бәхеттәрең һинең ябай булды,
Риза булдың барына һин, әсәй.
Эй һөйөнә инең — баҙарҙарҙан
Алып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй.

Еҙ самауыр гөрләп ултырғанда,
Сәйҙәр яһап, сынаяҡ сыңлаһа,
Өй эстәре, гүйә, тулы ырыҫ,
Өй эстәре, гүйә, сынъяһау.

Сәйеңде лә эсеп бөтмәйенсә,
Китеп барҙың, әсәй, эңерҙә.
Белеп кенә булмай, таҡта сәйһеҙ
Тыныс ятаһыңмы ҡәберҙә?

Бөттө нигеҙ... Таҡта сәй ҙә юҡ
ул...
Ул ғынамы хәҙер хәстәрҙә.
Таҡта сәйең, яҡты сырайың тик
Мәңгелеккә, әсәй, хәтерҙә.

Хәсән НАЗАР
Хәсән НАЗАР
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас