Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2022, 09:25

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА Роль Урын биләнеләр күңелемдә, Йәнәшәлә булды барған юл. Бер көн килеп дуҫтар юҡҡа сыҡты, Тамам булғас инде уйнар роль...

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Роль

Урын биләнеләр күңелемдә,
Йәнәшәлә булды барған юл.
Бер көн килеп дуҫтар юҡҡа сыҡты,
Тамам булғас инде уйнар роль...
Спектакль тамам. Шаршау ябыҡ.
Үҙ-үҙенә ҡайтҡан актерҙар.
Ярһынғандар инде тынысланған,
Хәсрәтлеләр инде шуҡ, йорҙар.
Асыҡланған инде дирижерҙар,
Бар хәҡиҡәт, ялған беленгән,
Кем китергә тейеш, шулар киткән,
Кем килергә тейеш, шул килгән.
Тәхет мөнбәрендә ҡалабыҙ тип,
Ҡоралланып тамаҡ ярғандар -
Илбаҫарҙар менән йәнбаҫарҙар
Бөркәнсекһеҙ тороп ҡалғандар.
Ысын йөҙө инде асыҡланған
Гераклдай булған туғандың
Көлөр өсөн күҙҙәренә ҡарап
Халыҡ ҡанын эскән тирандың!
Төнәй әле, китәм, тимәй һаман
Тауыҡ кетәгендә төлкөләр.
Ҡояш нурын һөймәй, һәр ваҡытта
Ҡараңғыға ҡарай өкөләр.
Үткәндәргә ҡарай, артҡа баға
Ғүмерҙәрен һыуға һалғандар:
Тарих сәхнәһенең арттарында
Суфлер ролдәрендә ҡалғандар...

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: